-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
22 Октябрь 2017, 15:21

Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул!

Һине дуҫың ҡунаҡҡа саҡырҙы, ти. Әйтәйек, тыуған көнөнә. Кейем һәм бүләк һайлау мәсьәләләрен ситкә ҡуйып тороп, әлегә үҙеңде бындай мәжлестә нисек тоторға кәрәклеге тураһында һөйләшәйек.

Һине дуҫың ҡунаҡҡа саҡырҙы, ти. Әйтәйек, тыуған көнөнә. Кейем һәм бүләк һайлау мәсьәләләрен ситкә ҡуйып тороп, әлегә үҙеңде бындай мәжлестә нисек тоторға кәрәклеге тураһында һөйләшәйек.
Тәғәйен ваҡыттан алда килмә, сөнки хужаларҙың табынды әҙерләп бөтмәгән булыуы ихтимал. Ныҡ һуңға ҡалыу ҙа ярамай. Тәрбиәле ҡунаҡ, ғәҙәттә, күп тигәндә 15 минут көттөрә. Әгәр инде ниндәйҙер сәбәп арҡаһында оҙаҡлағанһың һәм һин килеүгә башҡалар ултырышып бөткән икән, хужаларҙан ғәфү үтенергә онотма, унан инде, буш урын тап та, шунда тыныс ҡына барып ҡун.
Кемдеңдер янында ултырырға теләк белдереүеңде, урын алмаштырыуҙы һорауыңды хужалар ҙа, байрамға килеүселәр ҙә бик йәмһеҙ күренеш тип ҡабул итәсәк. Яҡшы ҡунаҡ башҡаларҙы юҡ-барға борсомай, кәүҙәһен тура ғына тотоп ултыра, ирәүәнләнмәй ҙә, борғоланмай ҙа. Берәү, ултырғысын ҡырынайтып, бәүелгән-бәүелгән дә, ҡапыл башы әйләнеп, артҡа ҡолаған, ти бит. Шул арала ҡулы менән өҫтәл япмаһына йәбешеп өлгөргән – һөҙөмтә булараҡ, барлыҡ ҡашығаяҡ иҙәнгә ҡойолоп төшкән, аштар түгелгән, ҡунаҡтар буялған... Хоҙайым һаҡлаһын!
Терһәгеңде ипле тот, киң итеп йәймә, ҡулдарыңды өҫтәл өҫтөнә һалма, юғиһә башҡаларға ҡамасаулаясаҡһың. Башыңды алға ныҡ эйеүҙән дә тыйыл. Ауыҙыңда аҙыҡ бар саҡта хәбәргә ҡушылма, көлмәҫкә тырыш. Ни өсөн икәне аңлашыла инде. Шапылдап ашауҙың, шурпылдатып һемереүҙең, кикереүҙең бүтәндәргә ҡайһылайыраҡ тәьҫир итеүе тураһында иҫкәртеп тороу кәрәкмәйҙер.
Яныңдағылар менән бышылдашыу, хихылдау, шулай уҡ ҡысҡырып һөйләшеү ҙә – насар ғәҙәт. Бүтәндәр һинең хаҡта “ғәйбәтсе” йәки “тупаҫ бер бәндә” тип уйлап ҡуймаһын.
Дуҫыңа бүләк тапшырған саҡта ҡотлау һүҙҙәре ҡыҫтырырға тура киләсәк. Ҡыйыу рәүештә уҡыуҙа уңыштар, һаулыҡ, ижади ҡомар (әгәр тыуған көнөн билдәләүсенең шиғыр яҙа, рәсем төшөрә йәки шундайыраҡ тағы берәй нәмәгә маһир икәнен белһәң), спортта ҡаҙаныштар (ул ысынлап та был өлкә менән ҡыҙыҡһынһа), хыялдарының бойомға ашыуын, ҡыуаныстары артыуын теләй алаһың. Ә бына “шәхси тормошоңдан уңырға яҙһын” тигән кеүегерәк һүҙҙәр һинең йәштәгеләргә килешмәй. Ундайҙы хатта өлкәндәрҙең дә һәр ҡайһыһына әйтеп булмай. Оҙон ғүмер теләү ҙә синыфташтарыңдан бигерәк олатайыңа, өләсәйеңә ярар ине. Үҙ көсө менән аҡса таба башламаған кешеләргә “бай бул” тиеүҙең урынһыҙ икәнлеген былай ҙа төшөнәһеңдер. Ҡотлау һүҙҙәрен ҡайҙандыр ишетеп, ҡабатлағансы, үҙең берәй нәмә уйлап сығарып ҡара. Дуҫың да баһалар, үҙең дә ҡәнәғәт ҡалырһың.
Бүләгеңде һуҙғанда ауыҙыңдан берүк “башҡаһын табып булманы инде”, “көнө буйы кибеттәр буйлап йүгерҙем”, “яҡшырағын алырға теләгәйнем”, “бындай әйберҙән үҙем дә баш тартмаҫ инем”, “һиңә ошо бик таман буласаҡ” тигән кеүек һүҙбәйләнештәр ысҡынмаһын – байрам кәйефен боҙоуың бар.
Хужалар итәғәтле генә итеп ҡайтыр ваҡыт етеүен иҫкә төшөрмәҫ борон өйгә йыйыныуың да хәйерле. “Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул” тигәнде бөртөк тә хәтереңдән сығармаһаң, һине байрам һайын саҡырып торорҙар, ихтирам итерҙәр.