+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
22 Ноябрь 2017, 15:17

Урынығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Бер мәл шулай телефонынан күҙен алмай китеп барған бер оҙон малай, ҡаршыһына осраған нескә генә ҡыҙға ҡапыл бәрелде лә, гаджеты иҙәнгә төшөп ватылған өсөн тегене эт ашамаҫ һүҙҙәр менән әрләргә кереште. Шулмы ысын егеткә хас күренеш?

Ир бала булараҡ, күп осраҡта ағайҙарҙан, атайҙарҙан, бабайҙарҙан, һис юғында үҙебеҙҙән өлкәнерәк малайҙарҙан өлгө алабыҙ. Тимәк, улар беҙгә һәр саҡ үрнәк күрһәтергә бурыслы. Ә үҙебеҙ ҡустыларыбыҙға, башланғыс синыф уҡыусыларына өлгө итеп ҡуйырлыҡмы? Ғәмәлдәребеҙҙең, ҡылыҡтарыбыҙҙың, һүҙҙәребеҙҙең эҙемтәләре хаҡында уйлана беләбеҙме, улар өсөн яуап бирергә әҙербеҙме?

Малайҙар күп тә ул, ә ысын егеттәр аҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ир абруйын яулау, бәлки, әллә ни ауыр ҙа түгелдер. Иң мөһим шарттар иҫәбендә – ҡаушамаусан, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаусан, аҡыл менән эш итеүсән, ғәҙеллеккә ынтылыусан булыу, вәғәҙәләреңде үтәп барыу, телде ҡыҫҡа тотоу. Юғиһә күптәребеҙ ысын ир-атты кино актерҙары кеүек һомғол буйлы, һүҙгә әүәҫ, һәр йәһәттән замандан артта ҡалмаҫҡа тырышҡан егет рәүешендә генә күҙ алдына баҫтыра. Тыштан матур күренгәндең эсе буш булыуы ла ихтимал бит.
Уйлап ҡарағыҙ әле: автобуста ҡатын-ҡыҙға кем урын бирә? Ғәҙәттә, башҡаларҙан сағыулығы менән айырылып тормаған ябай үҫмерҙәр. Фырт кейенгән, хушбуйға ҡойонған, усына затлы смартфон һалған егеттәр ундай саҡта, йоҡлап ултырғанға һалышып, күҙен йома. Ҡайһы берәүҙәре, ишетмәмеш булып, ҡолаҡсын кейә – йәнәһе, йыр тыңлап бара. Эстән генә оялаларҙыр барыбер. Ә тороп, янында баҫып тороусы гүзәл затҡа урын тәҡдим итһәләр, берәй ерҙәре кителер, уҡалары ҡойолор тип уйлайҙармы икән? Башҡа ир-егеттәр алдында баһалары төшәме? Әллә уларҙы берәйһе мәжбүр итәме ҡатын-ҡыҙҙы шулай интектерергә?
Ҡайһы саҡта урамда йәки хатта мәктәп коридоры уртаһында тороп алып, юҡ-бар сәбәп арҡаһында үҙ-ара бәхәсләшергә тотонған егеттәрҙе осратырға тура килә. Һис тә биҙәмәй был көслө затты. Бер мәл шулай телефонынан күҙен алмай китеп барған бер оҙон малай, ҡаршыһына осраған нескә генә ҡыҙға ҡапыл бәрелде лә, гаджеты иҙәнгә төшөп ватылған өсөн тегене эт ашамаҫ һүҙҙәр менән әрләргә кереште. Шулмы ысын егеткә хас күренеш?
Кәрәгенән артыҡ иркәләтеү, һыртлатыу егеттәрҙе ныҡ көсһөҙләндерә. Элек-электән ир-ат ауырлыҡтарға ҡаршы көрәшеп сыныҡҡан. Бөгөнгө заманға килгәндә, әгәр ауырлыҡтар юҡ икән, исмаһам, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнегеҙ, алдығыҙға ҙур маҡсаттар ҡуйып, шуны үтәргә тырышығыҙ. Әбей-бабайҙар әйтмешләй, кеше барлыҡ ҡыйынлыҡтарға ла түҙә, рәхәтлеккә генә сыҙай алмай.
Ҡайһы берәүҙәр малайҙарҙың дөрөҫ тәрбиәләнмәүен балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә башлыса апай кешеләр эшләүе менән бәйләй. Йәнәһе, ирҙәр бәләкәй саҡтан баҫылып үҫә, ҡатындарға арҡаланып өйрәнә. Шуға ҡыҙҙарҙы малайҙарҙан айырып уҡытыу тәҡдиме менән сығыш яһаусылар ҙа бар. Тик, моғайын, мәсьәләнең тамыры башҡа нәмәләлер. Һәр ҡайһыбыҙ үҙенең егетлеге өсөн үҙе яуаплы!
Шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙ көслөрәк була башланы: өйҙә ирҙәргә тәғәйен бурыстарҙы башҡаралар, автомобиль йөрөтәләр, ауыр атлетика менән мауығалар, заводта эшләйҙәр, Йыһанға ла осалар... Бер заман киң билдәле әйтем “Ҡатын – баш, ир – муйын” тип үҙгәртелмәҫ тимә. Беҙ үҙебеҙҙә ғәйеп тойорға тейешбеҙҙер, сөнки ғаиләләге, йәмғиәттәге урыныбыҙҙың тартып алыныуына юл ҡуябыҙ бит. Автобустағы урынды һаҡларға маташыуҙан ни фәтүә?

Читайте нас в