+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
22 Декабрь 2017, 15:25

Бүләк һайлау – үҙе һөнәр

Байрам яҡынлашҡан һайын “Кемде ниндәй әйбер менән ҡыуандырырға?” тигән һорау башты ҡатыра башлай. Бүләк һайлай белеү – үҙе бер мөһим сифат ул. Әлбиттә, егет кеше, етмеш төрлө һөнәренә өҫтәп, был йәһәттән дә маһир булырға тейеш.

Байрам яҡынлашҡан һайын “Кемде ниндәй әйбер менән ҡыуандырырға?” тигән һорау башты ҡатыра башлай. Бүләк һайлай белеү – үҙе бер мөһим сифат ул. Әлбиттә, егет кеше, етмеш төрлө һөнәренә өҫтәп, был йәһәттән дә маһир булырға тейеш.
Белдекле ағай-апайҙар әйтеүенсә, кешегә бүләкте йәшенә ҡарап алырға кәрәк. Мәҫәлән, ҡусты-һеңлеләрегеҙгә, тиҫтерҙәрегеҙгә, үҙегеҙҙән әллә ни оло булмаған ағай-апайҙарығыҙға байрам уңайынан сюрприз яһарға уйлайһығыҙ, ти. Түбәндәге кәңәштәр һис тә зыян итмәҫ.
3-5 йәштәгеләргә, кәнфит һәм һут кеүек тәм-томдан тыш, уйынға бәйле әйберҙәр бирергә мөмкин: ғәҙәти булмаған фломастерҙар, уйын-китаптар, малайҙарға – конструктор, ҡыҙҙарға – ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар йыйылмаһы (аш бүлмәһе, дауахана һ.б.).
6-8 йәштәге балалар, мәктәпкә йөрөгәс, уҡыуҙа кәрәгерлек, һабаҡташтарға күрһәтеп маҡтаныр-лыҡ шундайыраҡ әйберҙәргә шат буласаҡ: ғәҙәти булмаған пенал, төрлө төҫтә янып тороусы юйғыс, күренмәҫ пасталы ручка һ.б. Шулай уҡ компьютер уйындары, иң ҡыҙыҡлы йәнһүрәттәр яҙҙырылған дисктар, йомшаҡ уйынсыҡтар, өҫтәл уйындары, спорт кәрәк-ярағы биргән саҡта ла ҡуй тимәҫтәр.
9-12 йәштәгеләргә 6-8 йәштәгеләргә биргән әйберҙәр ҙә бара. Ҡыҙҙарға кейем (байрам күлдәге һ.б.), биҙәүестәр, сәс ҡыҫтырғыстар, балалар өсөн косметика айырыуса оҡшаясаҡ.
13-15 йәштәгеләргә иһә компьютер уйындары, яҡшы косметика, модаға ярашлы еңел кейем-һалым, китаптар бүләк итергә була. Улар хыялланған иң яҡшы бүләк, әлбиттә – кеҫә телефоны һәм шуға аксессуарҙар.
Һеҙ тапшырған әйберҙең башҡаларҙыҡына оҡшамауы, ниндәйҙер мәғәнәгә эйә булыуы, ысын күңелдән әҙерләнгән икәне күренеп тороуы мөһим. Хаҡы күптәрҙе ҡыҙыҡһындырмаясаҡ, үҙең дә уныһын әйтергә уңайһыҙланасаҡһың. Хатта ябай ғына шарҙы ла, әгәр матур һүҙҙәргә “төрөп” бирһәң, ҙур бүләктәй ҡабул итерҙәр. “Бына ошо шар һымаҡ гел юғарыға ынтылып йәшә, башҡаларҙың күңелен-дә гел яҡшы хис-тойғолар ғына тыуҙыр, сағыу бул”, – тип теләһәң, кем ҡыуанмаһын?
Өлкәндәр, шул иҫәптән атай-әсәйегеҙ ниндәйҙер әйбер һатып алып биреүегеҙгә мохтаж түгел-дер. Улар бит үҙ аҡсаһына үҙе хужа: нимәлер кәрәк икән – шәхсән хәл итәләр. Ә бына балаларының бүләккә тип үҙ ҡулдары менән тырышып, күңел һалып яһаған әйберҙәренә сикһеҙ шат булырҙар.

Читайте нас: