Әгәр һыу янында үҙеңде гел “икенсе сортлы” тип һанауҙарын, йылға-күлдәргә барғанда бала-саға һымаҡ “ҡотҡарыусы дүңгәләк” йә махсус матрас алып йөрөргә тура килерен теләмәһәң, тәүге аҙымдарыңды кисектермә. Хәйер, ул махсус матрас һәм дүңгәләктәргә нисек иҫәп тотмаҡ кәрәк? Көслө тулҡын булғанда, мәҫәлән. Ә ҡапыл тишелеп, тыны сығып бөтһә...
Үҙеңә ышаныстан да яҡшыраҡ нәмә юҡтыр. Төбөнөң тәрәнлегенә, ярының киңлегенә, ағымының тиҙлегенә ҡарап та тормай, теләһә ниндәй һыуға инәһең дә китәһең инде ул саҡта. Өҫтәүенә, һәйбәт йөҙөргә өйрәнеп, батып барған берәйһен ҡотҡарһаң... Башҡорт йолаһына ярашлы, ул кеше һиңә мотлаҡ яңы күлдәк кейҙерәсәк (атай-әсәйем мин йөҙөргә өйрәнгәнсе ике кешене күлдәкле итте), аҙаҡ, баш ҡалаға саҡыртып, түшеңә миҙал тағыуҙары ла бик мөмкин... Вәт, әй! Ысынлап та, шәп ниәт! Йөрөр шунан мәктәптәге бөтөн ҡыҙҙар артыңдан ҡалмай. Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡан һайын олоһоноң да, кесеһенең дә күҙҙәре һинең яҡҡа ғына мөлдөрәп ҡарап торасаҡ...
Эйе, эйе, хәҙерҙән үк тәүәккәлләргә! Егерме йәшкә еткәндә башҡаларға “йөҙөргә өйрәт әле” тип тороу бигерәк оят буласаҡ бит. Ә кемдән ярҙам һорарға? Тренер итеп һайлаясаҡ кешең маһир йөҙөүсе генә түгел, оҫта төшөндөрөүсе лә булырға тейештер. Халыҡ аҙыраҡ, һыу һайыраҡ урында, билеңә “ҡотҡарыусы дүңгәләк” һәм башыңа көпшәле битлек кейеп, яйлап ҡына башларға мөмкин.
Тәүге һынау – ҡурҡыуҙы еңеү. Ҡалғанын тренерың бәйнә-бәйнә аңлатыр. Әгәр уның өйрәтеүсе булараҡ тәжрибәһе самалы икән, әйҙә, бер стилде яҡшылап үҙләштерәйек, тип алдан әйтеп ҡуй. Иң еңеле тип һаналған брасс ысулын һайлау отошлораҡтыр.
Һәм тиҙҙән... Был донъяға яңынан тыуған кеүекһең! Шатлығың күңелгә һыймай! Һыу күҙ алдына килгән һайын ләззәт кисерәһең!