+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
22 Февраль 2019, 20:03

Әрмелә хеҙмәт итергә кәрәкме?

Һәр йылдың 23 февралендә беҙ Ватанды һаҡлаусы көнөн билдәләйбеҙ. Бөгөн әрмелә хеҙмәт итмәгән ир-аттар был байрамды теләр-теләмәҫ кенә үткәрә, сөнки беренсе сиратта ҡайҙа хеҙмәт иткәнен һораясаҡтар.

Һәр йылдың 23 февралендә беҙ Ватанды һаҡлаусы көнөн билдәләйбеҙ. Бөгөн әрмелә хеҙмәт итмәгән ир-аттар был байрамды теләр-теләмәҫ кенә үткәрә, сөнки беренсе сиратта ҡайҙа хеҙмәт иткәнен һораясаҡтар.
Студент йылдарында бер маҡтансыҡ ҡына егет: «Мин Чечняла хеҙмәт иттем!» - тип маһайып йөрөнө. Әлбиттә, янында хеҙмәт итмәгән егеттәр булғас, уға ышандылар. Бер мәл, дөйөм ятаҡта йәшәгән ҡустыһына райондан Кавказда ысын һуғышта булған егет килде. Әлбиттә, ул теге маҡтансыҡтың алдашҡанын «һә» тигәнсе белде. Хәрби часть номерын, уның ҡайҙа торғанын ғына һораны. Теге «ветеран» мин Чечняла, Моздок ҡалаһында һуғышта булдым тип алдап ебәргәйне, бүлмәнән осоп сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды! Географияны белмәү оят, ә алдап йөрөү бигерәк насар инде. Моздок – ул Төньяҡ Осетияла, унда хәрби база торған, һуғыш булмаған. Алдаҡсы иһә, насар ҡушамат алып, тирә-яҡҡа даны таралды. Ҡыҙҙар уның менән дүҫлашыу түгел, хатта һөйләшмәне. Бөгөн уның ҡайҙа йөрөгәнен берәү ҙә белмәй. Моздокталыр, тип кенә шаярталар.
Башҡорттар быуаттар буйы илде һаҡлап, яу сапты, беҙҙең егеттәр бөгөндә, ата-бабалары кеүек, әрмегә барам тип, ынтылып тора. Әрмелә, үҫмерҙәр, йәне-тәне менән нығып, ысын ир-егет булып ҡайта.
Беҙҙең ата-бабалар Рәсәй батшалығына 25 йыл хеҙмәт иткән. Совет заманында ир-егеттәр һалдат кейемендә өс, аҙаҡ ике йыл йөрөгән. Егерменсе быуаттың туҡһанынсы йылдарында хәрби хеҙмәт ваҡыты - йыл ярымға, бөгөн иһә бер йылға тиклем ҡыҫҡартылды.
Бөгөнгө Рәсәй Армияһы ныҡ үҙгәрҙе. Күҙгә салынғандарынан ябай һалдатҡа кеҫә телефонын ҡулланыу мөмкинлеге бирелеүе, аҙнаһына ике ял көнө булдырылыуы, яҡын хеҙмәт иткәндәр өсөн ял көндәрен өйҙә үткәрә алыуы һәм башҡаһы.
Һалдаттар былай көндәрҙә тактик дәрестәрҙә уҡый, спорт менән шөғөлләнә, ҡоралдан ата, хәрби йыйылыштарҙа ҡатнаша. Заманса талаптарға ярашлы нарядтарҙан тыш, һалдатты башҡа эштәргә ҡушыу, мәҫәлән ашханала картуф әрсергә йәки урам һепереүгә йәләп итеү ҡәтғи тыйыла. Бындай эштәрҙе айырым яллаған кешеләр башҡарырға тейеш. Яңы законға ярашлы, һалдаттарҙы икенсе эшкә ҡушҡан командирға енәйәт эше асыуҙары ла ихтимал.
Һалдат хеҙмәтен, рәсми ҡабул ителгән нормаларға ярашлы булғанын төрлө хоҡуҡ һаҡлаусы ойошмалар күҙәтеп тора. Һалдат әсәләре комитеты ла был йүнәлештә ҙур эш башҡара. Ата-әсәләр улдарынын хеҙмәт иткән урынына һәр ваҡыт килеп байҡап китә ала. Был иһә замана ғәскәренең асыҡлығын һүрәтләй.
Әлбиттә, «бабайлыҡ» Рәсәй әрмеһендә бөтөнләй бөттө тип әйтеүе иртә, ләкин үҙгәрештәр күп һәм улар ыңғай. Армия ир-егеттең тәнен дә, йәнен дә сыныҡтырған бик мөһим тормош мәктәбе. Шуға ла әрмелә хеҙмәт итеү кәрәк, тип иҫәпләйем.
Автор фотоһы.
Фотола: Һауа десант ғәскәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан Башҡортостан егеттәре.
Читайте нас: