-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
27 Июнь 2019, 17:11

Ватанды һаҡлау, уға хеҙмәт итеү... Нимә ул?

Нисек Ватанды һаҡларға, уға хеҙмәт итергә? Ата-бабалар беҙгә: “Илгә дошман яу менән килгәндә ҡулына ҡорал алып Ватанды һаҡларға әҙер бул” тигән аманат әйтеп ҡалдырған.

Был һорауға яуап бирер алдынан Ватан тигән төшөнсәнең мәғәнәһен белеү мотлаҡ. Минеңсә, Ватан – ул беҙҙең ил, республикабыҙ, халҡыбыҙ, тарихыбыҙ, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, ғаиләбеҙ, ата-бабалар аманаты һәм башҡалар. Шуға күрә Ватанды һаҡлау – ул илде һаҡлау ғына түгел, ә тарихыбыҙҙы, телебеҙҙе һаҡлау, милләтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йәшәйешебеҙҙе үҫтереү, ғөрөф-ғәҙҙәтәребеҙҙе, динебеҙҙе киләсәк быуынға ҡалдырыу.
Нисек Ватанды һаҡларға, уға хеҙмәт итергә? Ата-бабалар беҙгә: “Илгә дошман яу менән килгәндә ҡулына ҡорал алып Ватанды һаҡларға әҙер бул” тигән аманат әйтеп ҡалдырған.
9 май беҙ Бөйөк Ватан һуғышында еңеү көнөн билдәләйбеҙ. Был көн минә икеләтә байрам, сөнки был көндә мин донъяға килгәнмен. Тыуған көн һәм бөйөк байрам! Ҡотлауҙан тыш, 9 май атайым менән әсәйем миңә һуғышта ҡатнашҡан үҙҙәренең ҡартатайҙары – минең ҡарт ҡартатайҙарым тураһында һөйләйҙәр. Әле мин дә һеҙгә уларҙың һөйләгәндәрен яҙып ебәрәм.
Атайымдың бер ҡартатайы Сәфиулла Бикбулатов 1942 йылда һуғышҡа киткән. Шул уҡ йылда Орел ҡалаһы янындағы бәрелештә ҡаты йәрәхәтләнеп, 1944 йыл ғына уң ҡулһыҙ тыуған ауылына ҡайта. Бер ҡуллы булыуына ҡарамаҫтан, ферма мөдире булып эшләй. Ләкин ҡаты яралар 60 йәшендә уны теге донъяға алып китә. Икенсе ҡартатайы – Мөхәмәтйән Зөлҡәрнәев та 1942 йылда һуғышҡа китә. Разведротала хеҙмәт итә ул. Берлинды алып, Эльба йылғаһына барып етеп, 1945 йылдың декабрь айында ғына ҡайта. Уның миҙалдарын һанап бөткөһөҙ ине: күп СССР-ҙың һәм көнбайыш Европа ҡалаларын азат иткән өсөн, Днепр һәм Днестр йылғалары аша сыҡҡанда алышҡаны өсөн дә миҙалдары бар ине. Ҡартәсәйем атайыма һөйләгән бер ваҡиғаны йыш ишетергә тура килде. Старшина Мөхәмәтйән Зөлҡәрнәев фашистар ятҡан блиндажға килеп сыҡҡан. “Хальт!” (немец теленән “туҡта” тигәнде аңлата) тип ҡысҡырған да, ППШ менән атып та ебәргән. Ҡасырға маташҡан гитлерсыларға “Цюрик, Хенде хох!” тип ҡысҡырған (“Артҡа, Ҡулыңды күтәр!”тигәнде аңлата). Биш фашист һалдаты ҡулдарын күтәреп Старшина Зөлҡәрнәевҡа буйһонған. Ләкин фронт һыҙығын сығып барғанда бер офицер: «Бар, разведчик, хәрби заданиеңды үтә! Мин үҙем был фашистарҙы кәрәкле ергә илтеп ҡуям» - тип ҡартатайым пленға алған немецтарҙы алып киткән ти. Разведчик хеҙмәте еңел түгел шул. Һуғыштан ҡайтҡан Мөхәмәтйән Зөлҡәрнәев ауылында тимерсе булып эшләгән. 60 йәшендә ул вафат булған.
Әсәйемдең ҡартатайы Ғөбәйҙулла Мусин һуғышҡа тиклем тракторҙа йөрөгәс, һуғышты танкист булған. Легендар Т-34 танкында күп фашистарҙы ҡыйратҡан, бөйөк Ватан һуғышының иң ҡурҡыныс танкы «Юлбарыҫ»ты яндырған. «Юлбарыҫ» ауыр булғанға күрә ҡапыл ғына боролоп өлгөрмәгән, ә беҙҙең Т-34 бесәй тиҙлеге менән уңдан да һулдан да сығып Германия танкыларын ҡыйратҡан ғына. Ғөбәйҙулла Мусин һуғыштан ҡайтҡас колхозда иҫәпсе булып эшләгән. Әсәйемдең икенсе ҡартатайы Вәлитдин Сурин, һуғыш башланған мәлдә үҫмер генә булған. Ләкин еңеүгә ул күп көс һалған. Бала ғына килеш, “Фронтҡа, Еңеү өсөн!” тип көнө-төнө колхозда эшләгән. Быйыл миңә 12 йәш тулды, мин уҡырға йөрөйөм, уйнайым, каратэ менән шөгөлләнәм, ә 12 йәшлек Вәлитдин иген сәскән, бесән йыйған, ҡышын фермала эшләгән.
Рәхмәт һеҙгә оло ҡартатайҙарым! Рәхмәт һеҙгә Ветерандар!

Наил Бикбулатов,
Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге
20-се башҡорт гимназияһының уҡыусыһы