+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Егетлек мәктәбе
31 Июль 2019, 16:03
2 август Өфөлә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн байрам итәләр
2 август Башҡортостандың баш ҡалаһында Һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуҙың 89 йыллығын билдәләйҙәр.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, байрам сәғәт 11-се яртыла Ленин районының «Тулҡын» скверында башлана. Бында митинг һәм «Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Башҡортостан десантсыларына» һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы уҙа.
Сәғәт 12-нән 8 Март ҡасабаһындағы «Забельский» аэродромында традицион сара старт ала.
Парашютсыларҙың, кесе авиация вәкилдәренең, вертолетсыларҙың һәм ҡул һуғышы оҫталарының күрһәтмә сығыштары ҡаралған.
Бынан тыш, «Десантура» алышына һәр кем көнләшерлек... » театрлаштырылған тамашаһы була.
Йолаға ярашлы, байрам ҡунаҡтары өсөн Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары – башҡарыусылар, Өфөнөң ижади коллективтары, үҙешмәкәр сәхнә оҫталары сығыш яһай, ялан кухняһы эшләй.
http://www.bashinform.ru/news/1335706-golubye-berety-2-avgusta-v-ufe-otmetyat-den-vdv/
Рәзил Бикбулатов фотоһы
Читайте нас:
"Аманат"тың Телеграм-каналы
Рәхим итегеҙ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять