Илтабанда ҙур йортта 14 йәшлек малай менән 9 йәшлек ҡыҙ булғанда яңғын сыҡҡан. Ҡыҙ төтөндө һиҙеп йоҡлап ятҡан ағаһын уятҡан. Янғын сығыу юлын ҡаплаған. Тәҙрәне лә яра алмағандар. Тиҙ арала әсәләренә шылтыратҡандар, тик әсәһенең дә көсөнән килмәгән тәҙрәне ярырға. Шул ваҡыт Рөстәм машинаһында үтеп барған булған. Хәлде тиҙ арала аңлап тәҙрәне ҡутарып алған да беренсе ҡыҙҙы күтәреп алған, аҙаҡ малайға янғын сыҡҡан өйҙән сығырға ярҙам иткән.