- Корпус асылғандан алып меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ хәрби белем алды, шуларҙың дүрт йөҙҙән ашыуы тормошон хәрби хеҙмәткә бағышланы. Күптәре артабан Рәсәй Эске эштәр ми- нистрлығының Өфөләге юридик институтында, Силәбе, Рязань, Краснодар, Санкт-Петербургтағы юғары хәрби уҡыу йорттарында уҡыуҙарын дауам итә, - ти корпус начальнигы Венер Рәйес улы Сәмиғуллин. - Былтыр, мәҫәлән, 43 сығарылыусының бишәүһе хәрби юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде, 12-һе граждандар ВУЗ-дарына, ә 14-е - Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре сафтарына хеҙмәткә саҡырылды.
Кадет корпусын отставкалағы майор Венер Рәйес улы Сәмиғуллин етәкләй. Ул үҙе Свердлов ҡалаһының Л. И. Брежнев исемендәге юғары хәрби-сәйәси танк- артиллерия училищеһын тамамлаған. 1318-се айырым десант-штурмлау полкының парашют-десант ротаһында командир урынбаҫары булып хеҙмәт иткән.
Кадеттар нисек йәшәй, тиһегеҙме? Эйе, уларҙың көн тәртибе беҙҙекенән ныҡ айырыла. Иртәнге сәғәт 7-лә улар йоҡонан тора, көн дә йүгерергә сыға. Аҙаҡ - дәрестәр, күнекмәләр, төрлө мәҙәни һәм спорт сараларында ҡатнашыу, дәрес әҙерләү, йәшәгән бүлмәне, синыф бүлмәләрен йыйыштырыу (эйе, кадет тәртип һаҡлай белергә лә тейеш!). Көндөң нисек үткәне лә һиҙелмәй ҡала - киске сәғәт 10-да һалдаттарса “отбой” командаһы аҫтында улар “әүен баҙары”на юллана. Ҡалай режимдары ҡаты тиһәгеҙ ҙә, бының яҡшы яҡтары байтаҡ: үҫмер холҡонда ғүмерлеккә теүәллек, тәртип яратыу, эштәрен ваҡытында башҡарыу кеүек сифаттар тәрбиәләнә.
- Беҙҙә кадеттар физик әҙерлек күнекмәләрендә етди шөғөлләнә. Гер спортынан Радик Мәҙис улы Хөсәйенов күнектерһә, ҡул һуғышы буйынса үҫмерҙәрҙе инструктор Иванов Юрий Александрович, физик культура буйынса педагогик фәндәр кандидаты Дорин Александр Васильевич өйрәтә. 20 йыл эсендә кадет корпусында 2 халыҡ-ара кимәлдәге спорт мастеры, 20 мастер һәм спорт мастерына кандидат тәрбиәләнде. Үҫмерҙәр йыл һайын ГТО нормативын ташыра. Корпус тәрбиәләнеүселәр - Алексей Алексеев ике тапҡыр Мәскәү марафонында еңһә, Андрей Сафронов 2016 йылда Ҡаҙанда үткән универсиадала ҡатнашты, ти - Венер Рәйес улы.
Мәләүез кадет корпусында һәр кадет күңеленә Тыуған ил, уға һөйөү, хөрмәт кеүек төшөнсәләр һалына, илдең хәрби тарихы өйрәнелә. Ана шул төшөнсәләр үҫмерҙе шәхес итеп тәрбиәләүҙә бик ҙур роль уйнай. Фильмдарҙағы супергеройҙар бындай ысын илһөйәрҙәр алдында ҡурсаҡ кеүек кенә. Сөнки тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләгән кешегә ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, кешеләрҙе ҡотҡарырға тура килә. Кадет корпусын тамамлаусылар Төньяҡ Кавказдағы, Сириялағы, Грузиялағы хәрби операцияларҙа, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуында ҡатнашҡан. Күптәре орден, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Кадеттар Рәсәй армияһының иң көслө ғәскәрҙәренең береһе - Һауа-десант ғәскәре ветерандарын ҡотлау тантанаһында бик теләп ҡатнаша. 2018 йылдың сентябрендә корпус, “Десант берҙәмлеге” ветерандар ойошмаһы менән берлектә, Советтар Сюзы Геройы, армия генералы Василий Маргеловтың һәйкәлен асыуҙа ҡатнашты. Хәҙер корпусҡа уҡырға алынған һәр кадет ошо һәйкәл эргәһендә тантаналы вәғәҙә бирә.
Шундай сәләмәт рухлы кадеттар барлығында илебеҙгә бер ниндәй ҙә хәүеф янамаҫ, тип ышанабыҙ.