Юҡ, ҡамасауламай тинеләр илдең оборона министрлығында. Әрмегә яҙғы саҡырыу ваҡытында буласаҡ. 1 апрелдән йәш егеттәр хәрби кейем кейеп илде һаҡларға барасаҡ. Һәр береһен коронавирус инфекцияһы барлығына тест үткәрәсәктәр. Рәсәй хәрби частәрендә тәүлек әйләнеһенә профилактик саралар даими үткәрелә. Бөтәһе лә контролдә тора тип хәбәр итәләр республика хәрбә коммисариатында.