Әйтер һүҙем быйылғы тажлы зәхмәт тураһында. Был зәһәр пандемия бөтөн донъяны иркен тын алырға, йәғни, ҡунаҡтарға, байрамдарға, концерттарға, театрҙарға, мәктәптәргә, эш урындарына йөрөүҙән мәхрүм итте.
Бөгөн мин үҙебеҙҙең әртистәребеҙ тураһында яҙып үтмәксемен. Халҡыбыҙҙа шундай лаҡап та йөрөй бит инде: “Эшкә урынлаштыңмы? Әллә һаман да йырлап, әртис булып йөрөйһөңмө?” – тигән. Куптәренән шундай ҙа һүҙҙәр ишетелә, “микрофондан ауырыраҡ әйбер күтәрә белмәй бит ул,” – тигән. Был, әлбиттә, Башҡортостан әртистәре тураһында түгел. Беҙҙең халыҡ борон-борондан батырлығы, эшһөйәрлеге, мәҙәниәте һәм дә тарихы менән дан тотҡан. Эйе, быйылғы йыл бигерәк тә ижад кешеләренә ауырыраҡ башланып китте: мәҙәниәт йорттарыбыҙ бикләнде, башҡа йыр-моң менән үтә торған саралар кисектерелде. Шуға ҡарамаҫтан беҙҙең сәнғәт кешеләре юғалып ҡалманы. Халҡыбыҙҙың әйтеме буйынса «егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» тигәндәй, йырсы, ҡурайсы, бейеүсе егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ, аҡса табыу мәшәҡәттәре менән төрлө эштәргә сығырға мәжбүр булды. Ул да булһа ир уҙамандарға иң актуаль эштәребеҙ йә төҙөлөш, йә тейәүсе, ташыусы, монолит, арматура, таш сығарыу, урман эше, водитель, урам һепереүҙәр ҙә күҙгә салынды. Ә ҡыҙҙарыбыҙ иһә күпселеге ашнаҡсы, тегенсе, йыйыштырыусы булып, әүҙем эшләне. Әлбиттә, эштең ояты юҡ. Һәр кемдең ғәиләһе бар, балалар үҫтерергә кәрәк. Тормошта ошондай төрлө хәлдәр осрап тора. Ләкин, һис ҡасан да бирешмәҫкә, юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк, тик алға атларға! Аллаға шөкөр, был ауырыу ҙа яйлап артҡа сигенә, мәҙәниәт йорттары усаҡтарын ҡабыҙа башланы. Аллаһ бирһә беҙҙең яратҡан әртистәребеҙ менән осрашыуҙар, тамашалар ойошторорға насип булһын. Был ябай булмаған осорҙа кем, ҡайҙа, нисек аҡса эшләгәнен тамашалар ваҡытында, моғайын, үҙҙәре ентекләп һөйләр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Хөрмәтле уҡыусылар, шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ: мәктәптә уҡыған саҡтан уҡ үҙегеҙҙе төрлө яҡлап үҫтерегеҙ, фәһемле китаптар уҡығыҙ, күп нәмәгә өйрәнеп ҡалығыҙ, юғары уҡыу йортарына уҡырға килгәндә лә бер нисә һөнәр эйәһе булып килергә тырышығыҙ. Киләсәктә барыһы ла кәрәк. Ятып ҡалғансы, атып ҡал. Беҙҙең бөйөк аҡыл эйәбеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың һүҙҙәре ошоға ишара “Башҡорттарым уҡыу кәрәк,уҡыу кәрәк!”
Рифат Йәмлихин.