+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
2 Август 2021, 10:21

Оло батырлыҡ

...үҫмер малайҙар, ярҙам һорап ҡысҡырған тауышты ишетә...

Оло батырлыҡ
Оло батырлыҡ

Был ваҡиға июль башында Белорет районында була. Кесе Инйәр йылғаһы буйында ошо уҡ ауыл мәктәбенең 5-се синыфында уҡыусы үҫмер малайҙар, ярҙам һорап ҡысҡырған тауышты ишетә. Шунда уҡ һыуға батып барған малайҙы күреп ҡалып, улар малайға ярҙамға ташлана. Батып барыусыны һыу өҫтөнә этеп сығарып, йәһәтләп, ярға һөйрәп сығаралар. Уғаса булмай, ярҙамға ололар ҙа килеп етә.

Кешене үлемдән ҡотҡарыусы үҫмерҙәрҙең батырлығы –  ысын ир-егеттәрсә, маҡтауға лайыҡ.

БР-ның Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы кеше ғүмерен ҡотҡарыусы йәш батырҙарҙы наградаға тәҡдим итте.

Оло батырлыҡ
Оло батырлыҡ
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: