+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
16 Август 2021, 15:31

ЕГЕТТӘРГӘ КӘҢӘШ

Өҫ-башты ҡарау еңел эш түгел. Таҙалыҡтан, бөхтәлектән тыш, зауыҡлылыҡ та бар бит әле. Был үҫмерҙәр өсөн айырыуса мөһим.

ЕГЕТТӘРГӘ КӘҢӘШ
ЕГЕТТӘРГӘ КӘҢӘШ

Галстук бәйләргә өйрән

 

Өҫ-башты ҡарау еңел эш түгел. Таҙалыҡтан, бөхтәлектән тыш, зауыҡлылыҡ та бар бит әле. Был үҫмерҙәр өсөн айырыуса мөһим.

Галстукты, ғәҙәттә, пинжәк кейгәндә тағалар. Уны һайлағанда бер нисә ҡағиҙәне иҫтә тотоғоҙ.

  1. Киң яурынлы пинжәккә тар галстук килешә. Әгәр яурынығыҙ тар икән – киреһенсә. Теләһә ҡайһы пинжәккә ярамалы “универсаль” яҫылыҡ тип 9 – 11 сантиметр билдәләнгән.
  2. Оҙонлоғона килгәндә, галстук ҡайыш тимеренең яртыһын ҡапларға тейеш. Яҫы яғының артынан нәҙек осо күренеп тормаһын!
  3. Төҫө йә күлдәктекенә, йә пинжәктекенә тура килһен. Контрастлы һүрәт менән булһа ла ярай. Иң яҡшыһы – күлдәктән бер тонға ҡараңғыраҡ һәм пинжәктән бер тонға асығыраҡ төҫ.
  4. Көн дә тағып йөрөү өсөн ҡараңғыраҡ төҫтәге, ваҡ һүрәтле галстукты һайлайҙар.
  5. Әгәр күлдәк йәки пинжәк буйлы икән, галстуғығыҙ уға оҡшаш булмаһын. Бер тонлыны, һис юғында һүрәтлене һайлағыҙ.
  6. Сағыу төҫлө, эре, ҡыҙыҡлы һүрәт төшөрөлгән галстуктар тантаналы саралар өсөн ҡулайыраҡ. Улар аҡ йәки башҡа төҫтәге бер тонлы күлдәк менән килешә.

Галстук тағыу, баҡтиһәң, ҡыҙҙарҙың иғтибарын яулауҙың бер юлы ла икән. Психологтар фекеренсә, ул хужаһының холоҡ-фиғелен күрһәтә ала. Был осраҡта төҫ артыҡ әһәмиәткә эйә түгел — галстуктың геометрик торошо, семәрләнеше, биҙәлеше мөһимерәк.

  1. Борсаҡ төшөрөлгән галстук таҡҡан кеше: алға ынтылыусан; һәйбәт профессионал; тормошта тоғролоҡ һаҡлай; бойорорға әүәҫ, ҡарарҙарҙы үҙе генә ҡабул итә; тормошто нисек бар, шулай ярата.
  2. Һыҙыҡлы галстук таҡҡандар: консерватор; гел итәғәтле; ышаныслы; мажара эҙләмәүсән; һәр аҙымын уйлап яһай; сюрприз яратмай; гәпләшергә әүәҫ.
  3. Бәләкәй фигуралыһын оҡшатыусылар: ҡунаҡсыл; юморҙы аңлай белә; фантазияһы бай; иғтибар үҙәгендә булырға ынтыла; үтә тиҫкәре; гел хаҡлы булыуына инана; үҙен ныҡ яратыуы менән айырыла.
  4. Сәскәле галстукты хуп күреүселәр: күңеле менән романтик; проблемаларҙы күҙенә лә элмәй; донъяны ал да гөл итеп күрә; үпкәләүсән, артыҡ тыйнаҡ; ҡарарҙарҙы аҡыл түгел, ә хис менән ҡабул итә; эгоислығы ла бар; мәжлес, уйын-көлкө үҙәгендә.
  5. Ромблы галстук тағыусылар: ҡыҙҙарҙы комплимент менән әүрәтә ала; бер ваҡытта ла галстуктан айырылмай, хатта кәрәкмәгән урында ла таға; сәғәттәр буйы гәп һатһа ла теле талмай; ваҡиғалар уртаһында ҡайнауҙан оло кинәнес ала, бик һирәк осраҡта ғына ярһый.

 

Галстукты төрлөсә бәйләргә мөмкин: (фотолар)

  1. Ябай төйөн
  2. Ярым виндзор
  3. Виндзор

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: