+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
16 Август 2021, 10:38

Өлкән ҡыҙының АМАНАТын үтәне!

Яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев, ике аяҡһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Эльбрус тауҙарын икенсегә яуланы!

Өлкән ҡыҙының АМАНАТын үтәне!
Өлкән ҡыҙының АМАНАТын үтәне!

Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев, ике аяҡһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, икенсе мәртәбә 5621 метр бейеклеккә – Эльбрус тауҙарына –  күтәрелде. Өлкән ҡыҙы Софияның АМАНАТын үтәп, тауҙың үренә уның уйынсығын да алып менде.

"Бер туҡтауһыҙ, ҡулдарымда ғына 11 сәғәт буйы күтәрелдем. Хәҙер мин донъяла Эльбрустың ике бейек нөктәһенә лә ҡулдарында күтәрелгән беренсе кеше", – тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә билдәле блогер.

Әйткәндәй, Омск ҡалаһындағы хәрби казармала булған һәләкәт сәбәпле аяҡһыҙ ҡалған яҡташыбыҙ Эльбрустың иң бейек нөктәләренең береһен былтыр сентябрь айында яулағайны.

 

Фото: bashinform.ru

Өлкән ҡыҙының АМАНАТын үтәне!
Өлкән ҡыҙының АМАНАТын үтәне!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: