+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
28 Август 2021, 15:15

Десантсы булғың киләме?

Илеңә тоғро хеҙмәт итеү, кәрәк саҡта уны төр­лө хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалау – үҙен ир­мен тигән һәр кешенең мөҡәддәс бурысы.

Десантсы булғың киләме?
Десантсы булғың киләме?

Илеңә тоғро хеҙмәт итеү, кәрәк саҡта уны төр­лө хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалау – үҙен ир­мен тигән һәр кешенең мөҡәддәс бурысы. Был һүҙҙәр, бик етди һәм яңғыра­уыҡлы һымаҡ тойолһа ла, үҫмерҙәр ҡолағы өсөн һис тә ят булырға тейеш түгел. Һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ: әле генә мәктәптә уй­нап-көлөп, үҙ-ара төрт­көләшеп йөрөгән малайҙар, ҡулына ҡорал алып, Ватан­ды һаҡлаусылар сафына баҫыр.

Ар­мияға бары­уын барғас, яҡшыраҡ урынға эләк­ке килә, әлбит­тә. Ағайҙарығыҙҙан ишетеп беләһегеҙҙер: һау­а-десант ғәскәрҙәрен­дә, диңгеҙ пехотаһын­да, разведкала, мах­сус тәғәйен­ләнеш­тәге от­рядтарҙа хеҙмәт ит­кән­дәр йыш ҡына үҙҙәрен башҡалар ал­дын­да танау сөйөп йөрөргә хаҡлы тип һанай. Сәбәптәре лә бар. Беренсенән, ун­дай хәрби частарға физик әҙер­лекһеҙ, сибек, яй, тотанаҡһыҙ кешене ал­майҙар. Икенсенән, десантсылар, развед­чиктар һәм башҡа “элиталы” һал­дат­тар әҙер­ләү курсын үт­кән­дән һуң әлеге аҫыл егет­тәр тағы ла көс­лөрәк, етеҙерәк, ҡы­йы­уыраҡ булып китә.

Әгәр иң яҡшылар сафына баҫыу өсөн беләгегеҙҙә – ғәй­рәт, йөрәгегеҙҙә дәр­т барына ныҡлы ышанаһығыҙ икән, хәрби комиссариатҡа тәүгә саҡыр­тҡан­дарын­да уҡ ҡайҙа хеҙмәт итергә теләүегеҙ хаҡын­да иҫкәр­тегеҙ. “Элиталы” ғәскәрҙә, тип дөйөмләш­тереп әйтмәү хәйер­ле, сөнки “был һаман да балалыҡтан сығып бөтмәгән, хыял­дары менән күктә осоп йөрөй” тигән фекер ты­уыуы ихтимал. Яңылыш аңлап, хәрби тәғәйен­ләнеш­тәге ҡорол­малар, биналар һәм генерал­дар өсөн “элиталы” тор­лаҡ төҙөүсе “Спецст­рой”ға оҙатыуҙары ла бар. Йөрөрһөң шунан ҡы­шын туңып-ҡатып, йәйен тир­ләп-бешеп, саң йотоп... Ҡыҫҡаһы, комиссариат­та үҙеңдең һау­а-десант ғәскәрҙәренә, диңгеҙ пехотаһына йә разведкаға әҙер­ләнеүеңде аныҡ бел­дерергә кәрәк.

Барыһы ла тәү сират­та һаулыҡҡа бәй­ле. Табиптар тикшереп, хәрби хеҙмәт­кә яраҡлылыҡ категорияһын “А” тип бил­дәләне икән, десантсы булыуға өмөт итә алаһығыҙ. Тик комиссия кешенең башҡа сифат­тарын да иғтибарға ала. Мәҫәлән, хәтер яҡшылығына, тиҙ уй­лау һәләтенә әһәмиәт бирерҙәр ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул тиклемен асыҡларға ваҡыт­тары ҡал­май. Егет­тәргә йыш ҡына хәрби комиссариат хеҙмәт­кәрҙәренең миһырбан­лылығына һәм үҙҙәренең далан­лылығына иҫәп тоторға тура килә.

Аңла­уығыҙса, бәләкәй саҡтан уҡ сәләмәт­лекте ҡайғыр­тыу зарур. Төр­лө сирҙәрҙән ваҡытын­да дау­аланып барырға тыры­шығыҙ, сөнки мәктәп­кә йөрөүгә, хат­та физкультура дәрестәрен­дә ҡатнашыуға ҡамасауламаған үп­кә, ашҡаҙан, йөрәк, тире а­уырыуҙарының ар­мия юлына кәр­тә булып яты­уы мөмкин. Кәүҙәгеҙҙе тура тотоғоҙ, им­гәнеүҙән һаҡланығыҙ. Әгәр алыҫ араға йүгереп, турникта ҡалҡынып өй­рән­мәгәнһегеҙ икән, ар­мия ал­дынан бер-ике йыл эсен­дә хәл­де яҡшыр­тып өл­гөрөлөр әле, тип уй­ламағыҙ.

Әлбит­тә, ар­мияға йы­йынғас, һәр төр­лө а­уыр­лыҡтарға әҙер булыу мөһим. Йоҡонан көн һайын ир­тә торорға, 45 секун­дта кейенергә, спор­т майҙансығын­да ҡатмар­лы физик күнегеүҙәрҙе үтәргә, юл кәрәк-ярағы һәм ҡорал йөкмәгән килеш тиҫтәләрсә саҡрымға йүгерергә, яйы сыҡҡан­да парашют менән һикерергә тура киләсәк, тиһәгеҙ, улары – һынауҙың бер өлөшө генә. Һағыныуҙың, бойоғоуҙоң ни икәнен әле күптәрегеҙ бел­мәйҙер ҙә. Ҡурҡыу, нәфрәт­ләнеү, көн­ләшеү, үс алыу тойғоларының ғына түгел, ғорур­лыҡ хисенең дә кешене бөтөн­ләй уй­ламаған аҙым­дарға этәреүе ихтимал. Шуға ла психологик яҡтан әҙер­лекте лә ал­дан баш­лағыҙ: өлкән­дәр менән кәңәш­ләшегеҙ, китаптар уҡығыҙ, үҙегеҙ өсөн т­ренин­гтар үт­кәрегеҙ.

Спорт­та нин­дәйҙер етди ҡаҙаныш­тарға өл­гәш­кәнһегеҙ, матур итеп яҙа, һүрәт төшөрә, музыка ҡорал­дарын­да уй­най, йыр­лай, бейей беләһегеҙ икән, был хаҡта өн­дәш­мәй ҡал­мағыҙ. Һәләт­леләргә ар­мияла хөр­мәт ҙур. Ә ин­де компьютерҙы һәйбәт үҙләш­тергән­дәрҙе, автомобиль, электр ҡорамалы, кеҫә телефоны йүнәтеүселәрҙе һал­дат­тар ҙа, офицерҙар ҙа күтәреп кенә йөрөтәсәк.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: