+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
30 Август 2021, 12:51

Тәбиғәт янғыны ваҡытында нимә эшләргә?

"Һаҡланғанды һаҡлармын”, тигән Хоҙай. Был әйтем бөтәһенә лә яҡшы таныш. Тормошобоҙҙоң бар йүнәлештәрендә лә һаҡ булыу,һаҡланыу бик кәрәк. Бигерәк тә тәбиғәт янғынынан ҡотолоу ысулдарын белеү бер ҡасан да ҡамасауламаҫ.

Тәбиғәт янғыны ваҡытында нимә эшләргә?
Тәбиғәт янғыны ваҡытында нимә эшләргә?

Тәбиғәт янғынын осратыу менән хәүефһеҙ урынға сығып, кисекмәҫтән ата-әсәйҙәрегеҙгә, ололарға хәбәр итергә йә 112, 8-800-100-94-00 телефондары буйынса шылтыратып янғын тураһында һәм үҙегеҙҙең ҡайҙа булыуығыҙ хаҡында теүәл итеп әйтергә кәрәк. Янғын төрлө тән йәрәхәттәре алыу, һөрөм еҫе менән ағыуланыу хәүефе менән янай, шунлыҡтан батырлыҡ күрһәтергә тырышып, үҙ көсөгөҙгә ышанып, бар тирә-яҡты ялмаған ут менән үҙ аллы көрәшеү үлемесле тамамланырға ла мөмкин. Балалар кемдер тарафынан ҡалдырылған усаҡты ғына һүндерә ала. Ә башҡа янғын менән үҙ аллы көрәшмәгеҙ.

Урмандағы янғындан хәүефһеҙ урынға сығыу өсөн паникаға бирелмәй, айыҡ аҡыл менән эш итеү мотлаҡ. Бының өсөн янғындың таралыуына һәм уға тиклем булған арауыҡҡа, елдең тиҙлегенә һәм йүнәлешенә, үҫемлектәр ҡатламына һәм рельефҡа иғтибар итер кәрәк. Ялҡын бөтә яҡҡа ла тарала, әммә ел иҫкән яҡҡа уның тиҙлеге күпкә шәберәк. Төтөн дә ел йүнәлеше менән тарала. Ялҡын тау бите буйлап юғарыға тиҙ үрмәләй. Шунлыҡтан янғындан ҡасып, бейегерәк урында йәшенергә тырышыу шулай уҡ хәүефле. Канау, йырындарға төшөп йәшенеү ҙә үлемесле булыуы ихтимал. Сөнки бындай урынға ут эләгеү менән ике битләү ҙә тоҡанып, канау эсендә булған бар нәмәне көлгә әйләндерәсәк. Ылыҫлы урмандар япраҡлыларға ҡарағанда ҡыҙыуыраҡ яна. Ҡурсаулыҡта урман янғындары менән көрәшкән өлкән ағайҙарҙың һөйләүе буйынса, олпат шыршы ағастары ут тоҡанып, май шәме янған кеүек, 10-15 секунд эсендә юҡҡа сығыуҙары ихтимал. Бындай урмандарҙа шулай уҡ юғарғы (верховой) янғындар сығыу мөмкинлеге лә күберәк. Урманда ҡалған осраҡта ағастың тамырҙары янып өҫтөгөҙгә төшөү хәүефе лә бар.

Янғынды осратыу менән янығыҙҙа булғандарҙы иҫкәртегеҙ. Уттың таралыуына иғтибар итеп хәүефһеҙ урынға сығығыҙ. Янғын таралыуға  йылға һәм башҡа һыу ятҡылыҡтары, юлдар, ҡырҡынтылар, киң аҡландар һәм яныу материалдары булмаған ҡомло, ташлы урындар сик  була ала. Хәүефле урындан ут йүнәлешенә перпендикуляр рәүештә елгә ҡаршы сығығыҙ. Тын  юлдарына төтөн  эләкмәһен өсөн эйелеп, ер өҫтөнән тын алығыҙ. Ауыҙығыҙҙы һәм танауығыҙҙы еүеш сепрәк менән ҡаплағыҙ.

Статистика буйынса, утта һәләк булыусыларҙың 66 % паникаға бирелеү һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белмәү арҡаһында баҡыйлыҡҡа күсә. Шунлыҡтан, һәр ваҡыт айыҡ аҡыл менән генә эш итегеҙ. Шулай уҡ иҫегеҙҙә тотоғоҙ:

- тәбиғи янғындарға юл ҡуймағыҙ, ут менән һаҡ булығыҙ;

- янғын ваҡытында үҙегеҙҙең һәм эргәгеҙҙә булған кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итегеҙ;

- ваҡытында ярҙам саҡырырға онотмағыҙ.

Иң мөһиме, үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һәм тирә-яҡ мөхитте "ҡара афәттән" - тәбиғәт янғындарынан ҡурсалағыҙ!

 

Азамат Байрамғәлин,

Көньяҡ Урал ҡурсаулығы методисы

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: