+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
2 Сентябрь 2021, 13:26

Афарин, Илнур!

Башҡорт егете – Токиола үткән Паралимпия уйында чемпионы!

Афарин, Илнур!
Афарин, Илнур!

Токионан шатлыҡлы хәбәр килде: яҡташыбыҙ, милләттәшебеҙ Илнур Ғарипов эстафетала алтын миҙал яулап, Паралимпия уйындары чемпионы булды! Афарин!
Илнур Ғарипов донъяның матурлығын үҙ күҙҙәре менән күрә алмаһа ла, тырышлығы, ихтыяр көсө менән сәләмәт кешеләргә лә өлгө булып тора.
Ауырлығы туғыҙ йөҙ грамм ғына булып донъяға килгән Илнур кескәй сағынан уҡ спорт менән шөғөлләнә. Бер күҙе күргән саҡта конькиҙа йөрөй, саңғы буйынса төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеүҙәр яулай. 12 йәшендә бөтөнләй күрмәй башлағас та төшөнкөлөккә бирелмәй – йөҙөү спорты менән мауыға башлай. Йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры исемен яулағас та, алға ынтылып, ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Һәм бына һөҙөмтә: ул - донъя чемпионы!
Егеттең төп көйәрмәндәре һәм ярҙамсылары – әсәһе Зөлфидә менән һеңлеһе Алтынайҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ. Афарин, Илнур Артабан да уңыштар һиңә!

Афарин, Илнур!
Афарин, Илнур!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: