+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
4 Сентябрь 2021, 12:15

Айыуға барһаң – ҡултыҡ таяғы ал, ә ҡабанға – табут!

Был хәл көтмәгән­дә бул­ды... Ур­ман буй­лап ат­та китеп барам. Этем дә эйәргән ин­де. Тирә яҡ тыныс, берәй нәмә сығыр тигән тойом да юҡ. Шунан, этем еҫкәнеп-еҫкәнеп ал­ды ла ҡой­роғон үрә торғоҙоп сапты ҡыу­аҡтар араһына.

Айыуға барһаң – ҡултыҡ таяғы ал, ә ҡабанға – табут!
Айыуға барһаң – ҡултыҡ таяғы ал, ә ҡабанға – табут!

Ул, ғәҙәт­тә, берәй табыш һиҙһә шулай ҡылана. Мин, ни, мыл­тыҡ ал­мағас уға ар­тыҡ иғтибар ҙа итмәнем, ары юлым­да бул­дым.

Шунан этем бер-икене  ла­уыл­дап өрҙө лә ҡапыл та­уы­шы тым­ды. Йөрәгем “жыу” итеп ҡал­ды: “Бер-бер хәл бул­мағайы. Эрерәк яну­арға эләктеме икән әл­лә?” – тип уй­лап та өл­гөр­мәнем, уңданыраҡ ҡыу­аҡтар ҡыш­тыр­латып, ботаҡтар һын­дырып нимәлер сабып кил­гәне ишетел­де һәм этем атым ал­дынан пуля кеүек сабып үтеп кит­те. Күҙ асып йомған арала уның ар­тынан баҫтырып кил­гән уҫлаптай ҡабан да күрен­де. Туп-тура атҡа табан саба! Нимә эш­ләргә лә бел­мәйем, хат­та, аяҡтарҙы ғына өҫкә күтәреп ҡал­дым, теге ҡабан атым­дың бер яҡ ҡабырғаһынан инеп икенсеһенән сығып та кит­те.

Шулай итеп ат­ты харап ит­те был хайу­ан. Уларҙың бит ыржайып торған ҡаҙыҡ теш­тәре былай-алайыммы! Һунарға барған­да ла мыл­тыҡ менән тейеш­ле урынына ғына тейҙерә ал­маһаң ярһып китә ул. Бер ярһыған ҡабан­ды туҡтатыр­мын тимә! Улар бит бүре кеүек яну­арҙарҙы, бер-нисәүһе бер­ләшеп алһа, ур­тасараҡ айыуҙарҙы ла ашап китә. Айыуҙарҙың күбеһе, хат­та, ҡабан­ды һиҙеү менән тайыу яғын ҡарай. Тиреләре лә ҡалын була, әгәр пуля туп-тура ғына барып тей­мәһә, ҡайһы берен­дә ҡаҡлығып оса ла китә. Бигерәк тә янбаш тирәһен­дә, гел генә бер-береһе менән һуғы­шып, ҡаҙыҡ теш­тәре менән төйгөс­ләгән урын­дарын­да уларҙың ҡабырғаларын ике яҡтан ҡап­лап торған ҡалҡан­дары бар­лыҡҡа килә.

Ни эш­ләйһең ин­де? Атһыҙ ҡалғас өйгә йәйәү ат­ланым. Ә этем аҙаҡ кискә ҡарай көскә-хәл­гә ҡайтып ин­де. Күрәһең, бәхете барҙыр...

фото: https://pixabay.com/

Булған хәл­де тәжрибәле һунарсының ауыҙынан Мансур ҠАҘАҠАЕВ яҙып ал­ды.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: