+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
11 Сентябрь 2021, 12:15

Бурһыҡ майы файҙалы, ти

Ике-өс йыл элек күрше ауылдан бер егет менән һунарға йөрөй башланыҡ. Теге быға тиклем ул хәтлем һунарсы ла булмаған. Һунар итә белмәгәс, кейек-маҙар ауланмаһа, ҡыҙығы юҡ бит инде, ә минең менән барһа гел генә берәй нәмә алып ҡайта торғайныҡ. Шуға ҡомары ҡоторҙо ла китте тегенең.

Бурһыҡ майы файҙалы, ти
Бурһыҡ майы файҙалы, ти

Көҙ көнө. Бер көн был әйтә:

– Ағай, анау яҡта бурһыҡ ояһын күрҙем, әйҙә, шуны барып алайыҡ.

– Бурһыҡты нимә итәһең? Шул ҡәҙимге эт кеүек хайуан бит инде… – тим.

– Уның майы һәләк файҙалы тиҙәр бит! Бронхит кеүек ауырыуҙы “һә” тигәнсә бөтөрә, ти. Әйҙә ағай, барайыҡ, минең бер үҙемдең генә хәлдән килмәҫ ул… – тигәс барырға булдым. Белеп торам бит инде бының ҡыш буйы бронхиттан интегеп сыҡҡанын. Исмаһам, ысынлап та йүнәлеп китһә, һунарҙа ла ял итеп алайыҡ әле тип ҡаҡшатмаҫ. Тик бурһыҡ кеүек кенә хайуанға патрон әрәм итеп торғо килмәй бит әле. Мин тегегә әйтәм:

– Ярай, барырбыҙ. Тик был юлы мылтыҡ алмайбыҙ, ә суҡмар! Башҡорттар борон бурһыҡҡа суҡмар менән генә йөрөгән.

Шулай итеп килештек тә кискә табан, бурһыҡ ояһынан сығырға тейеш ваҡыттан саҡ ҡына алдараҡ ҡуҙғалдыҡ. Машинала урын күп. Этте лә алдыҡ, уның, ғәҙәттә, файҙаһы ныҡ ҙур: ояһынан сыҡҡан бурһыҡты абалап йөрөп бер урында тота, ә һунарсыларҙың береһе кейекте фонарик менән күҙҙәренә яҡтыртып һуҡырайта, ә икенсеһе суҡмар менән һуғып ала. Шундай план менән шым ғына оя эргәһендә боҫоп ултырабыҙ. Иң мөһиме: хәҙер беҙҙең еҫте ояһынан сығып килгән бурһыҡ һиҙеп ҡалмаһын. Юғиһә, кире ҡасып инеп китәсәк һәм уны былай ғына сығарып алырмын тимә. Ә күҙҙәре уның насар күрә.

Ҡараңғы төштө. Бер мәл оянан ипләп кенә бурһыҡ мороно күренде. Ул тирә яҡты еҫкәнеп алды ла, һаҡ ҡына үҙе һалған һуҡмағы буйынса һунарға юлланды. Бик ныҡ алыҫҡа китмәҫ борон мин этте һөсләттем. Китте бит талаш! Бурһыҡ эткә генә бирешәме инде ул?! Иптәшем дә маңлайына ҡуйылған фонарик менән йүгереп барып етте, ҡулындағы таяҡ менән бурһыҡты туҡмап маташа. Мин суҡмар менән тегене күҙләп маташам, яңылыш эткә эләктереп ҡуймайым, йәл бит, йәнәһе… Шунан нисектер бурһыҡ уңайлы ғына итеп алдыма килеп торғайны бар көсөмә суҡмар менән һуҡтым. Иптәшем дә шул уңайлы ваҡытты шәйләп кейеккә таяғы менән ынтылған икән. Минең суҡмар бурһыҡҡа тейер урынына тегенең ҡаҡ маңлайына “шаҡ” итеп ҡалды.

Ҡапыл фонарик та һүнеп ҡалды. Иптәшем дә ергә тәгәрәне. Миңә нимә булғанлығы башыма барып еткәс ҡаушап төштөм дә ҡуйҙым. Ни эшләргә лә белмәйем. Бер нисә тапҡыр машина яғына барып ураным. Фарҙарын яҡтыртып ҡуйҙым. Һыу алып килдем. Иптәшем иҫһеҙ ята. Маңлайында йоҙороҡ хәтлем шешек, ә уның уртаһынан ҡан сәптертә. Сикәләрен ыуып-һуҡҡыстай торғас иҫенә ҡайта башланы был. Тере икәнлеген күргәс нисек ҡыуанғанды белһәгеҙ! Бурһыҡ ҡайғыһы әллә ҡасан осто! Кеше йәнен алмағанға Хоҙайға рәхмәттәр уҡый-уҡый машинаға тейәндем дә ҡайтып киттек. Ҡот алынғандан баш та яҡшылап эшләмәй. Өйө эргәһенә алып барып еткерҙем дә, теге ҡапҡаһына инеп киткәс, боролоп ҡайттым да киттем.

Иптәшем үпкәләнеме икән, башҡа һунарға барайыҡ тип килеп йөрөмәне…

 

Булған хәлде тәжрибәле һунарсының ауыҙынан Мансур ҠАҘАҠАЕВ яҙып алды.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: