+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
11 Октябрь 2021, 12:15

Адреналиндың да самаһы бар

Малайҙарға ғына түгел, нығынып килеүсе һәр йәш организмға физик һәм рухи һынауҙар кәрәк. Беҙ шулай сынығабыҙ, көс йыябыҙ. Буласаҡ ир-уҙамандар ауырлыҡтарға ҡаршы көрәшә, хәүеф-хәтәрҙе тоя белергә тейеш.

Адреналиндың да самаһы бар
Адреналиндың да самаһы бар

Бының өсөн мауығыу төрҙәре бик күп, “экстремаль” тип баһаланғандары ла бихисап: бейектән һикереү, тәрәнгә сумыу, текәгә үрмәләү… Тик йыш ҡына өлкәндәр, шул иҫәптән атай-әсәйҙәребеҙ хыялдарыбыҙға кәртә ҡуя.

Ә улар хаҡлымы? Был һорауға бер яҡлы ғына яуап биреү мөмкин түгел. Әлбиттә, ҡайһы саҡта артыҡ һаҡ булып китәләр, аҙым һайын ни эшләгәнеңде күҙәтеп, киҫәтеп кенә торалар. Бына миңә лә бәләкәй саҡта шундай тыйыуҙарҙы күп ишетергә тура килде: шырпы менән уйнама – ут сығарырһың; салғыға теймә – ҡырҡылырһың; атҡа яҡын барма – тибелерһең; һыйырҙың юлында торма – һөҙөлөрһөң… Ә бит кеше ҡасан да булһа барыһына ла өйрәнергә тейеш! Ут тоҡандыра, бесән саба, атты егеп-туғара, мал ҡыуа белмәһәң, ауыл ерендә нисек йәшәмәк?

Һуңғы осорҙа мәктәптә лә был йәһәттән талаптар арта бара. Яңы ҡанундарға ярашлы синыф етәкселәре уҡыусыларҙы өҙлөкһөҙ контролдә тоторға мәжбүр. Урманға сығып, талпан эләктерһәң дә, велосипед менән юл ситенә осоп барып төшһәң дә, футбол уйнағанда туп тейеп, күҙ аҫтың күгәрһә лә, уларҙан аңлатма яҙҙыралар, имеш. Ни хәл итәһең, атай-әсәйҙәрҙең һәм яратҡан уҡытыусыларыбыҙҙың күңелен китмәҫ өсөн тик кенә ултырыу хәйерлелер…

Өйҙән сыҡмай, “Учи.ру”, “ЯКласс” сайттарында көндәр буйы мәсьәлә сисһәң, киләһе уҡыу йылында буласаҡ имтихандарға әҙерләнһәң, шахмат һәм шашка уйнаһаң… Иң шәп малай, тип әйтерҙәр инеме икән? Их, күңелде һаман нимәлер ҡытыҡлай бит әле! Ана, йәйге каникулды өләсәһендә үткәреүсе һипкелле малай, велосипедын йән-фарман ҡыуҙырып килде лә, ихата алдында өйөлгән балсыҡ өҫтөнә менеп китте, шул ыңғайы ҡойма аша осоп, картуф баҡсаһына барып төштө. “Ай, әттәгенәһе! Шул хәтлем белекһеҙ ошо бала, – тип йүгереп килеп сыҡты өләсәһе өйөнән. – Берәй ерен һындырып ҡына ҡуя инде!..” Янына килеп, малайҙың йылмайып ятҡанын күргәс, әрләргә кереште: “Саҡ сығып килгән картуфымды тапап, иҙеп бөттөң! Улайтһаң, әсәңде саҡыртып, биреп ҡайтарам мин һине!..”

Әлбиттә, һәр нәмәлә сама булыуы мөһим. Юғиһә төрлө ҡалаларҙа руфинг, скайуокинг, планкинг, зацепинг һымаҡ ифрат ҡурҡыныс нәмәләр менән шөғөлләнеп, фажиғәле һәләк булған йәштәр тураһында йыш ишетелеп тора. Бер аҙ адреналин алыу, йә башҡаларҙы көнләштерерлек селфи эшләү хаҡына ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуйыу ахмаҡлыҡ, башһыҙлыҡ та инде! Был темаға киләһе сығарылыштарҙың береһендә ентеклерәк яҙырбыҙ әле.

Ауылда ҡан ҡыҙҙырырлыҡ шөғөлдө табыуы һис ауыр түгел: һис юғында һабантуй үткән яланға сығып, сәпкә йә алыҫлыҡҡа уҡ атырға, һыбай йәки велосипед менән уҙышырға, ҡолғаға үрмәләргә, тоҡ менән һуғышырға мөмкин. Өлкәнерәктәрҙән ярҙам һораһағыҙ, улар белгәнен өйрәтергә шатланып риза булыр, моғайын. Ҡалала ла тәжрибәле инструкторҙарҙан  акрострит, паркур, парапланда осоу һ.б. буйынса һабаҡ алырға була. Иң мөһиме – сама белегеҙ, ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы хафаға һалмағыҙ.

 

Даян МӘЖИТОВ.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: