+6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
16 Ноябрь 2021, 13:11

«Хәүефһеҙ юлдар» Бөтә Рәсәй олимпиадаһы дауам итә

Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы 1 ноябрҙә генә башланғайны. «Хәүефһеҙ юлдар» онлайн-олимпиадаһында 1-9-сы кластарҙа уҡыған 1 миллион 413 мең бала ҡатнашты. 

«Хәүефһеҙ юлдар» Бөтә Рәсәй олимпиадаһы дауам итә
«Хәүефһеҙ юлдар» Бөтә Рәсәй олимпиадаһы дауам итә

Тест һорауҙары юл ҡағиҙәләре буйынса белемде яҡшыртыуҙы һәм юлдарҙа балаларҙың имгәнеүен иҫкәртеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Күләмле акция «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты ярҙамында үткәрелә», — тип белдерә РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин.

Былтыр тәүгә үткән олимпиалдала Рәсәйҙең 85 төбәгенән 2,2 миллион 1-4-се класс уҡыусыһы ҡатнашҡайны. Унда үҙ белемеңде бушлай һынап ҡарарға мөмкин. Бары тик учи.ру платформаһында теркәлергә һәм шәхси биттән бәйгегә ҡушылырға кәрәк. Конкурс 19 ноябргә тиклем дауам итә. 

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектының төп маҡсаттарының береһе ― юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу. Айырыуса иғтибар тап балалар хәүефһеҙлегенә бүленә. Олимпиада үҫеп килгән быуынды һәм уларҙың ата-әсәләрен мөһим юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә төшөндөрә», ― ти БР-ҙың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Шуны билдәләргә кәрәк, юлдарҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеүҙә урам-юл селтәренең торошо ла мөһим роль уйнай. Был йәһәттән быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектының эш планына мәғариф һәм ял учреждениеларына илткән 780 юл участкаһы индерелгән. Объекттарҙың дөйөм оҙонлоғо 1,5 мең саҡрымды тәшкил итә, уларҙың күпселеге яңы уҡыу йылына ҡәҙәр файҙаланыуға тапшырылған. 

 

Фото: tver.bezformata.com

«Хәүефһеҙ юлдар» Бөтә Рәсәй олимпиадаһы дауам итә
«Хәүефһеҙ юлдар» Бөтә Рәсәй олимпиадаһы дауам итә
Автор: Интернет
Читайте нас