-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
22 Ноябрь 2021, 11:42

Бөгөн УЛДАР көнө!

22 ноябрҙә илдә ғаилә байрамы – Улдар – ир балалар көнө билдәләнә.

Бөгөн УЛДАР көнө!
Бөгөн УЛДАР көнө!

Йыл һайын 22 ноябрҙә илдә ғаилә байрамы – Улдар – ир балалар көнө билдәләнә.

Улдары булған һәр ғаиләне байрам менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Улдарыбыҙға бәхет-тәүфиҡ, һәр атай-әсәйгә балалар шатлығы, балалар мәрхәмәте теләйбеҙ!

Әсәйҙәрҙең ныҡлы таянысы, ҡыуанысы, атайҙарҙың ғорурлығы –  уллы булыу! Улдарығыҙ һәр ваҡыт һеҙҙе һөйөндөрөп кенә торһон!

 

ЭЙ, КҮҢЕЛЛЕ БАЛАСАҠ!

Һикерә, уйнай янда малай,

Йүргәктән сыҡҡандыр саҡ?!

Һис тиктормаҫ, саба, елә,

Әйтерһең дә, ҡолонсаҡ.

Остан-осҡа туптай оса,

Тотоп өлгөрәләр саҡ.

Көлә-көлә ҡабат елә,

Ҡалай шаян, уйынсаҡ!

Һәр минуты, һәр сәғәте,

Шатлыҡҡа тула шул саҡ!

Һис кенә лә ҡабатланмаҫ —

Эй, күңелле баласаҡ!

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

 

Улым-улғынам.

Үҫеп етте,
Буйға етте
Һары себешем.
Һин бит минең
Һулар һауам,
Йөрәк тибешем.
Һин бит минең
Берҙән-берем-
Балдан татлыраҡ.
Һинең һымаҡ
Һөйкөмлө зат
Ерҙә юҡ һымаҡ.
Мин яратам
Һине шундай
Улым -улғынам.
Бул һин һәр саҡ
Минең өсөн
Яҡты йыр ғынам.
Гүзәл Сиражетдинова.

Бөгөн УЛДАР көнө!
Бөгөн УЛДАР көнө!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: