+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
20 Март 2022, 11:10

Әсәйҙәргә ярҙамыбыҙ – баһалап бөткөһөҙ!

Шундай саҡтар була: ашығып, өйгә ҡайтып инәбеҙ. Бер һыңары шәмбегә, икенсеһе йәкшәмбегә ҡарап, ятып ҡалған аяҡ кейемдәрен дә күрмәйбеҙ. Әсәйҙәр күпме генә киҫәтһә лә, бүлмәнең уртаһында – аяҡ кейемдәре, баш кейеме саҡ люстраға менеп ҡунаҡламай, ә өҫ кейеме ҡайҙалыр еңенән эленеп ҡала. Шул мәлдә үҙебеҙҙең “мин әрпеш, ялҡау, тәртипһеҙ” икәнлегебеҙҙе танымайбыҙ, ә “әсәйем артымдан йыйыштырыр әле,” тип кенә уйлайбыҙ.

Әсәйҙәргә ярҙамыбыҙ – баһалап бөткөһөҙ!
Әсәйҙәргә ярҙамыбыҙ – баһалап бөткөһөҙ!

Егеттәр, был дәресебеҙ һеҙҙең өсөн, әйҙәгеҙ уны үҙебеҙсә “Йәш көрәшсе (Буласаҡ һалдат) мәктәбе” тип атайыҡ. Сөнки илебеҙҙе, ғаиләне, яҡындарығыҙҙы һаҡлау – һеҙҙең ышаныслы ҡулдарҙа. Егетмен тигән кешегә көндәлек тормошта әллә ниндәй батырлыҡ күрһәтеү ҙә кәрәкмәй. Етмеш төрлө һөнәргә эйә булырға ынтылыу үҙе ҙур батырлыҡ. Тағы ла, бөтөн ғаилә ағзаларына көндәлек ҡайғыртыусан мөнәсәбәт тә оло батырлыҡҡа тиң.

Атай–әсәйҙәребеҙ эштән арып ҡайтыу менән яңынан бөтмәҫ-төкәнмәҫ өй эшенә “сума”. Ә беҙ ошо мәлдә уларға ҡулдан килгәнсә ярҙам итәһе урынға телевизор ҡарап, йәки интернет селтәрҙәрен “гиҙһәк”, был беҙҙең кешелек сифатының яҡшы яғын бөтөнләй күрһәтмәй.

“Берәү бөтөнөһө өсөн тырыша, бөтөнөһө берәү өсөн көс түгә.” Ситтән ҡарағанда ғаилә девизы ошолайыраҡ күренә. Ҡайһы ваҡыт һауыт-һаба йыуыу ҙа эс бошорғос мәшәҡәт кеүек. Ә беҙҙең әсәйебеҙҙең ғүмере ошо аш бүлмәһендә үтә икәнлеген уйлап та бирмәйбеҙ. Ғаиләһенә аш-һыу бешереп, тәрбиәләп ашатыу, башҡа төрлө хужалыҡ эштәре – эштән арып ҡайтҡан кешенән күпме көс талап итә. Әлбиттә, әсә йөрәге бар ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыға. Ҡәҙерле кешебеҙҙең йөҙө һәр ваҡыт нурлы, күңеле киң, миһырбанлы. Әсәйҙәрегеҙҙе гел шатландырып, ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп торһағыҙ, ул үҙен тағы ла бәхетлерәк тойор. Уның яҡты сырайы, һау-сәләмәт булыуы беҙҙе лә бәхетле итә бит.

Әсәйҙәргә көнкүрештә көндәлек ярҙам итеү өсөн иң беренсе үҙең өсөн эш теҙмәһе эшләп ал. Мәҫәлән, һауыт-һаба йыуыу, уны һөртөп, шкафҡа урынлаштырыу, аш өҫтәлен йыйыштырып, һөртөп, аҙыҡ булһа, таҙа сепрәк менән өҫтөн “Бисмилләһ” тип әйтеп, ябып ҡуйырға.

Яҙ, юлдар айырыуса бысраҡ. Һәр кис һайын тыштан ингән аяҡ кейемдәрен таҙалап, йыуып, киптерергә ҡуйыу әллә ни ҙур көс талап итмәй. Ул эште үҙ өҫтөңә алып, хатта крем һөртөп ҡуйһаң, яҡындарың һиңә рәхмәтле булыр.

Мөһим эштәргә дәртләндереп торған “Эшләгән эшең кеше өсөн булһа, өйрәнеүең үҙең өсөн”, “Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй,” тигәнерәк халыҡ мәҡәлдәрен эш теҙмәһенә өҫтәп ҡуй.

Аҙна һайын (өйҙө, бүлмәне, урамды) йыйыштырышыу ваҡытын билдәлә. Эште башҡарғанда икенсе нәмәгә (телефонға, телевизорға) иғтибарыңды йүнәлтмә. Егетлектең тағы ла бер яҡшы сифаты: әсәй ҡушҡанды бер әйтеүҙә һәм еренә еткереп үтәү!

Эште башҡарып сығарғас, һәммәһенә күңелле сәй табыны ойоштороп ебәр. 

Ярҙам өсөн әсәйегеҙҙән маҡтау һүҙҙәренән башҡаға (аҡса, йәки берәй нәмәгә булышлыҡ итеүҙе һорау) өмөт итмәгеҙ. Юғиһә, был егетлек булмай.

(һүрәт) Ҙур булмаған таҡтанан әсәйҙәребеҙҙең күтәрмәле туфлиҙары өсөн “элгес” эшләп алайыҡ. 60х70 размерында йоҡа таҡта ал. Фанера булһа ла ярай. Аяҡ кейемдәрен таҡтаға ултыртып, буласаҡ тишектәрҙең урындарын ҡәләм менән билдәләп сыҡ. Билдәләнгән урындарға тишектәр уй. Таҡтаны ишек төбөндәге стенаға беркетеп, йә элеп ҡуй.

Зөбәржәт ЯҠУПОВА.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: