-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
3 Май 2022, 18:48

"Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!!!"

Баймаҡ районының Үрге Таһир ауылында балалар өсөн изге Рамаҙан айы бөтөү уңайы менән "Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!!!" исемле байрам үтте.

"Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!!!"
"Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!!!"

Иң беренсе балаларға ҡыҫҡаса ислам нигеҙҙәрен аңлатылды, ислам диненә ҡағылышлы һорауҙар бирелде һәм йомаҡтар сиселде.

Күңелле эстафета уйынында "Ғайса" һәм "Мөхәммәт" исемле ике команда ярышты. "Ғайса" командаһы беренсе урын яуланы. Беренсе урын яуағандарға 100 һум, ә икенсе урындарға 50 һум менән бүләкләнделәр.

"Изге Рамаҙан"һүрәттәр конкурсында бер туғандар Әлфинә һәм Гөлфинә Байраҡаевалар һәм Рүзилә Байраҡаева бүләкләнделәр.

Әсәйҙәр тәмле итеп сәй табыны ойошторҙолар.
Әсәйҙәргә Таңсулпан Байраҡаева, Ләйсән Байраҡаева,Әлфиә Байраҡаева, Зөлфиә Абдуллина, Суфия Байраҡаеваларға ҙур рәхмәт.
Марсель Хөснулла улына һәм Айсыуаҡ Тәфтизән улына ҙур рәхмәтемде белдерәм.

Аллаһы тәғәлә риза булһын!!! Сауаптары меңләтә үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын.
Байрам менән!!!

"Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!!!"
"Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!!!"
"Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!!!"
"Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!!!"
"Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!!!"
"Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!!!"
"Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!!!"
"Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!!!"
"Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!!!"
"Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!!!"
"Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!!!"
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: