+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
20 Май 2022, 11:46

Һигеҙенсе синыф уҡыусыһы шашка уйынында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты еңде.

Бер нисә минут буйына һуҙылған ярышта уңыш алмашлап, йә бер уйынсыға, йә икенсе уйынсыға йылмайҙы.

Һигеҙенсе синыф уҡыусыһы шашка уйынында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты еңде.
Һигеҙенсе синыф уҡыусыһы шашка уйынында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты еңде.

Баймаҡ районының 1-е Төркмән мәктәбенең һигеҙенсе синыф уҡыусыһы шашка уйынында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты еңде.

Эш сәфәре менән районға килгән Радий Фәрит улы урындағы дөйөм белем биреү мәктәбенең эше, уҡыу барышы менән ҡыҙыҡһынды. Уҡыу кабинеттарын, мәктәптең көрәш секцияһы күнекмәләрен ҡараны. Һигеҙенсе синыф уҡыусыһы, республика чемпионы һәм  Рәсәй ярыштары призеры Азамат Әхмәтов менән шашка уйыны уйнарға ла өлгөрҙө.

Бер нисә минут буйына һуҙылған ярышта уңыш алмашлап, йә бер уйынсыға, йә икенсе уйынсыға йылмайҙы. Шулай ҙа ышаныслы еңеүҙе мәктәп уҡыусыһы  яуланы.

“Башҡортостан Башлығын шахмат уйынында еңеп сыҡҡас, һиңә нисек булды?” тигән һорауға, Азамат : “Һәйбәт” тип яуап бирҙе.

Һигеҙенсе синыф уҡыусыһы шашка уйынында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты еңде.
Һигеҙенсе синыф уҡыусыһы шашка уйынында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты еңде.
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: