+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
11 Июнь 2022, 10:10

Үҫмергә нисә йәштән “уйынсыҡ”та йөрөргә рөхсәт?

Үҫмергә нисә йәштән мотоцикл, скутер, электросамокат һ.б. йөрөтөргә рөхсәт итергә? Закон әйтә – 16 йәштән. Махсус категорияға имтихан тапшырып танытма алһын да, рәхим итеп йөрөтһөн. Махсус баш кейеме онотмаһын.

Үҫмергә нисә йәштән “уйынсыҡ”та йөрөргә рөхсәт?
Үҫмергә нисә йәштән “уйынсыҡ”та йөрөргә рөхсәт?

Ә беҙ бәләкәй саҡта әллә закон булманы. «Урал» велосипедын рам аҫтынан йөрөткән малай-шалай саҡ ҡын үҫә төшһә, мотоциклға ултырҙы. Йәй «кәзә» мотоциклдары тыз да быз килеп урам тултырып саба торғайны. Ауырыраҡ мотоциклдарҙа йөрөүселәр ҙә бар ине. Ул малайҙарҙың ата-әсәләре нимә уйлағандыр, әммә минең бөгөн бер ҙә генә лә законды урап үткем килмәй, тип аңлатам үҫмерҙәрсә киреләнгән улыма. Мин тыймайым, закон тыя.

Ә уның мотоцикл, йә скутер йөрөткөһө килә. Сөнки тиҫтерҙәре йөрөтә. Улай ғына ла түгел, кесе улымдың йәштәштәре квадроциклдарға ултыра хәҙер. Руль артынан баштары саҡ күренеп килә үҙҙәренең. Айырыуса ауылда күп ундай «водителдәр». Бына хәҙер йәйге каникул башланды, уҡыуҙағы уңыштары өсөн кемгәлер мопед, кемгәлер скутер, кемгәлер электросамокат алып бирәләр. Шул уйынсыҡтары менән балалар ауылға ҡайта. Ә унда, белеүегеҙсә, ике йәшлек бәләкәстәр үҙҙәре генә лә урамда уйнай. Ярай, бәләкәстәрҙән өлкәндәр күҙ яҙлыҡтырмаһалар, «водителдәр» үҙҙәре бит ҙур хәүеф аҫтында. Көс ҡунмаған беләктәре менән рулгә идара итә алалармы? Тиҙ арала туҡтай алалармы?

10-12 йәшлек балаларға ошондай уйынсыҡ алып биреүгә һеҙ нисек ҡарайһығыҙ? Әллә закон рөхсәт иткән йәште көтөргәме?
Гөлсимә Иштанова.

Үҫмергә нисә йәштән “уйынсыҡ”та йөрөргә рөхсәт?
Үҫмергә нисә йәштән “уйынсыҡ”та йөрөргә рөхсәт?
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: