+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
4 Июль 2022, 13:36

Егетлек ошолай буламы?

Беҙҙең мәктәптә Артур исемле малай уҡый. Физкультура дәрестәрендә уға етеүсе юҡ тиһәң дә була. Беҙҙең малайҙар араһында смартфон аша уйын ярыштары ла йыш үткәрелеп килә. Дауамы:

Егетлек ошолай буламы?
Егетлек ошолай буламы?

Беҙҙең мәктәптә мыҡты кәүҙәле Артур исемле малай уҡый. Физкультура дәрестәрендә лә уға етеүсе юҡ тиһәң дә була. Беҙҙең малайҙар араһында смартфон аша уйын ярыштары ла йыш үткәрелеп килә. Кем күп мәрәй алған, “легендарка” эләктергән, ә иң сәмлеһе – ул күпме виртуаль “дошман”дарҙы ҡыйратҡаны. Бына шул иң күп ҡыйратҡаны – ул беҙҙең Артур. Мин иң шәп егет тип ул һәр саҡ маһайып йөрөй.

Мин ҡайтҡас атайымдан һораным: "Егетлек ошолай буламы?" Атайым тәрән мәғәнәле ҡарашын миңә төбәне лә "Эх улым, улым... Егетлек төшөнсәһен бөтөнләй бөтөрөп ташлағанһығыҙ икән дә ул тип ҡаты һуланы. Һуңынан мин атайым менән оҙаҡ итеп был турала һөйләштек. Унын һөйләгәнен һеҙгә лә яҙып ебәрергә булдым.

Беләктәге лә көс мөһим

Атайым мәктәптә уҡыған саҡта дуҫтары менән йыш тауҙарға үрләргә яратҡан. Альпинистар тураһында китап уҡып балта, сүкеш һәм кер бауын алып, әйе, әсәйҙең кер бауын, сөнки арҡан алһаң, атайҙан туҡмаҡ алыуың бар. Шуға ла булған әйберҙәр менән тауҙарға үрләргә булдыҡ. Бауҙың бер осон билгә бәйләп икенсеһен ағасҡа эләктерҙек. Тик йыуан ағасҡа түгел, ә шыйтығына бәйләгән булғандар. Араларындағы иң үткер малайҙары беренсе булып ҡаянан төшөргә булған. Башына мотошлем, ҡулдырына эш бейәләйен кейеп төшә башлауы булды, ағас бөгөлдө лә китте. Беҙҙең альпинисыбыҙ ҡаянан айырылып ҡармаҡҡа эләккән балыҡ кейек улай-былай бәүелә ҡалды. Өҫтәүенә, кер бауы ныҡ итеп билен быуы башланы. Атайым ауылға ярҙамға йүгерер кәрәк тигәненә Салауат исемле дуҫы, юҡ, беҙгә ағасты төҙәтер кәрәк, сөнки альпинисыбыҙ ҡая ташҡа йәбешмәйенсә күтәрелә алмай тип бөтә көсөн һалып ағасты кире яҡҡа тарта башлаған. Атайым да уға ҡушылған һәм альпинистарын тартып та сығарғандар. Беләктә көс булғаны ла мөһим икән!

Батыр йөрәкле

Кешенең кәүҙәһе булыу ни ул, йөрәге булмаһа тине атайым. Сит ҡалала училищела уҡығанда урамда гопниктар аҡса талау менән тәңкәне ҡороталар ине. Бер мәл кисләп дөйөм ятаҡҡа ҡайтып бара инек. Беҙ өсәү инек, ҡапыл ҡаршыбыҙға биш гопник пәйҙә булды ла аҡса таптыра башланылар. Мышылай кәүҙәле Камил исемле егет минең мейе былай ҙа һелкенгән, һуҡмағыҙ инде миңә тип илай башланы. Тегеләргә Камилдың был ҡылығы тағы ла дәрт өҫтәне. Тик янымда торған бәләкәй буйлы Шәфҡәт тыныс ҡына итеп тегеләргә һеҙ проблема эҙләп йөрөйһегеҙҙер тип әйтеп Камилдан иғтибарҙы үҙенә йәләп итте. Теге бишәү шунда уҡ Шәфҡәткә тотондолар. Беҙ икәү арҡаға-арҡа терәп торҙоҡ та ҡаты алыш-бәрелешкә әҙерләндек. Тик Камил ғына тубыҡланып илап тик торҙо. Шәфҡәт тегеләргә һеҙ шакалдар, сөнки бишәүләп икегә ҡаршы киләһегеҙ тигән ине башлыҡтары, күрәһе, әйҙә один на один сығайыҡ та еңелһәгеҙ аҡсағыҙҙы ла бөтә кейемегеҙҙе лә һалдырып алабыҙ, еңһәгеҙ, беҙ башҡа һеҙгә теймәйбеҙ тине. Шәфҡәт, мин риза тине. Дуҫыма ҡаршы бер башҡа оҙон дөйәләй егет ҡаршы сыҡты ла мин бокс буйынса чемпионмын тип ҡурҡыта башланы. Берәү булһа шунда уҡ ҡурҡыр ине тик Шәфҡәт кенә түгел. Теге дуҫыма һуғыуы булды ул йәшен тиҙлегендәй “дөйәнең” ҡултыҡ аҫтынан урап биленән эләктерҙе лә асфальтҡа күтәреп һуҡты. “Дөйә” иҫен юғалтты... Аҙаҡ ҡына белдем, Шәфҡәт милли көрәш менән шөғөлләнгәнен, үҙенең яғында һабантуйҙарҙа призлы урындар алғанын. Теге бишәү беҙгә ихтирам менән ҡарай башланылар. Тик Камилдан “сотрясение” тип һәр саҡ көлөп үттеләр.

Ниндәй һабаҡ мин алдым?

         Реаль донъяла егетлегенде күрһәтә белер кәрәк. Виртуаль донъяла һәр кем батыр була ала бит. “Бөтә дошманды юҡ иттем” тип Артур һымаҡ.

         Шулай уҡ телефондағы уйындарҙы ла алып ташлай башланым. Рәхмәт атайыма!

Асҡар Булатов, Өфө ҡалаһы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: