+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
11 Июль 2022, 11:00

Бал ашайым тип кенә барған инем

Бала саҡта магазин кәштәләре, әлеге кеүек, тәм-томдан һығылып торманы. Шуға ла беҙгә татлы ризыҡ етмәй ине. Колхозда умарталар күп булды. Эх, шундағы балды ашағы килә бит.

Бал ашайым тип кенә барған инем
Бал ашайым тип кенә барған инем

Бала саҡта магазин кәштәләре, әлеге кеүек, тәм-томдан һығылып торманы. Шуға ла беҙгә татлы ризыҡ етмәй ине. Колхозда умарталар күп булды. Эх, шундағы балды ашағы килә бит. Беҙ, өс малай – Ғаяз, Суфиян һәм мин – Рәзиф, бал ашайбыҙ, тип умарталыҡҡа киттек. Бал ҡорттары баш осонда һажлап торһа ла, тәмлекәс ашағы килә. Ипләп кенә умарталыҡҡа индек. Ситтәге бер умартаны асып, бал алырға ине иҫәп тап. Хуш еҫле бал телде йоторлоҡ татлы бит! Ләкин балалыҡ менән белмәгәнбеҙ, шул мәл бал ҡорттары күс айырған икәнлеген. Шул күс беҙгә килеп ташланмаһынмы! Уратып алдылар, һәр береһе “беҙҙең балды ниңә урлайһың”, тигән һымаҡ, әсе итеп тешләй, күҙҙе лә асырға бирмәй. Ауылға табан елдерәбеҙ, баш өҫтөнән бал ҡорттары баҫтыра, нисек ҡайтып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Өйгә ҡысҡырышып, илап ҡайтып кереүебеҙгә ярай әле апайҙар бал ҡорттарының ҡаҙауҙарын һыуыҡ һыу бөркөп, тиҙ генә сүпләп алды. Ошо көндән башлап, эргәмдә йөрөгән һәр бер бөжәк тауышы һиҫкәндерә мине.

Рәзиф БАСИРОВ,

 Ә. районы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: