+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
11 Июль 2022, 13:00

Тарзанка шәп булманы

Кинола тарзанканан һыуға һикергән кешене күреп, хайран ҡалған инем. Шундағы тәбиғәттә беҙҙең ялан йылғаһы кеүек ине. Шәп бит әй! Беҙ ҙә шундай тарзанка эшләргә булдыҡ.

Тарзанка шәп булманы
Тарзанка шәп булманы

Кинола тарзанканан һыуға һикергән кешене күреп, хайран ҡалған инем. Шундағы тәбиғәттә беҙҙең ялан йылғаһы кеүек ине. Шәп бит әй! Беҙ ҙә шундай тарзанка эшләргә булдыҡ. Атайҙың арҡанын алабыҙ тиһәк, ағайым бирмәй, ул бесән осларға кәрәк, ти. “Хәҙер алып китһәгеҙ, туҡмаҡ ашаясаҡһығыҙ”, – тине. Әсәй, миһырбанлы кеше, булғас, уның кер бауын алырға булдыҡ. Ҙур тал ағасына менеп бауҙы бәйләнек тә тарзанка эшләнек. Матур ғына килеп сыҡты! Таһир исемле малай һәр саҡ алдынғы булды. Мин беренсе һынап ҡарайым, тине лә, яр башынан тарзанкаға тотоноп осоп киткәйне генә, еп өҙөлөп китмәһенме... Таһирҙың бөтөн ере һыҙырылып китте. Шулай итеп, беҙҙең беренсе тәжрибә килеп сыҡманы. Кер бауын кире ялғап урынына ҡуйҙыҡ. Тап өс йыл үткәс, шәп арҡан алып, яңы тарзанка эшләп ҡуйҙыҡ. Уныһынан инде һыуға һикерергә бик уңайлы ине. Ә бына беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була икәненә тәүге тарзанканы эшләп, һикергәндән һуң инандыҡ.

Таһир ағайығыҙ,

Х. районы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: