+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
17 Август 2022, 14:10

Турникта биш йөҙ тапҡыр күтәрелеп, әйләнгән малай

Миәкә районынан 7 йәшлек Ислам Зәйнетдинов донъя рекордын яңыртты!

Турникта биш йөҙ тапҡыр күтәрелеп, әйләнгән малай
Турникта биш йөҙ тапҡыр күтәрелеп, әйләнгән малай

Күптән түгел Миәкә районында йәшәгән 7 йәшлек Ислам Зәйнетдиновтың донъя рекорды ҡуйыуы хаҡында яҙғайныҡ. Ул саҡта малай турникта 320 тапҡыр күтәрелеп, бар Башҡортостанды таң ҡалдырғайны. Үәт, исмаһам, рекорд! (ye102.ru)

Ошо көндәрҙә баһадир малай донъя рекордын яңыртты. Күнегеүҙәр һанын 500-гә еткерҙе. Бәләкәй ҡустыһы дүрт йәшлек Имран да ҡалышмай, ул турникта 100 тапҡыр күтәрелә. Малайҙарҙың атаһы - милли көрәш буйынса донъя чемпионы Айгиз Зәйнетдинов. Һоҡланырлыҡ бит, бер ғаиләлә өс донъя рекордсмены! Ғаилә малайҙарҙың ҡаҙанышын рәсмиләштереү өсөн Гиннесс рекорды китабына ебәрергә йыйына. Афарин!

Турникта биш йөҙ тапҡыр күтәрелеп, әйләнгән малай
Турникта биш йөҙ тапҡыр күтәрелеп, әйләнгән малай
Автор:йәшлек
Читайте нас: