-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
30 Сентябрь 2022, 14:43

Үтек менән “дуҫлашыу”

Төрлө хәлдәр була. Мәҫәлән, кисә уҡыуҙан ҡайтҡас сисеп, ултырғысҡа быраҡтырған кейемең бөгөн иртәнсәккә тиклем ниңәлер бөгәрләнгән, үтек һорай. Атай-әсәйең һинең торороңдо көтмәгән, эшкә киткән. Ә мәктәпкә таушалған кейем менән барырға ярамай – бигерәк тә ҡыҙҙар алдында оят. Мәсьәләне үҙ аллы хәл итмәй сара юҡ.

Үтек менән “дуҫлашыу”
Үтек менән “дуҫлашыу”

Төрлө хәлдәр була. Мәҫәлән, кисә уҡыуҙан ҡайтҡас сисеп, ултырғысҡа быраҡтырған кейемең бөгөн иртәнсәккә тиклем ниңәлер бөгәрләнгән, үтек һорай. Атай-әсәйең һинең торороңдо көтмәгән, эшкә киткән. Ә мәктәпкә таушалған кейем менән барырға ярамай – бигерәк тә ҡыҙҙар алдында оят. Мәсьәләне үҙ аллы хәл итмәй сара юҡ.

Үтекте ҡулға алғанда иң беренсе шуны иҫтә тоторға кәрәк: ул – электр ҡорамалы. Тимәк, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү талап ителә. Баштан уҡ үтектең, розетканың төҙөклөгөн тикшер. Әгәр ҡайҙандыр осҡон сәселә йәки төтөн, көйөк еҫе сыға икән, үтекте һүндерергә лә мәктәпкә шул килеш барырға тура киләсәк. Йүнәтергә маташма, был хәүефле!

Ә инде барыһы ла һәйбәт булһа, яңы һөнәр үҙләштереүгә ҡурҡмайынса керешергә мөмкин. Үтектең табанын ҡара: ул шымамы, берәй нәмә йәбешеп тормаймы? Бысраҡ икән, ҡаты туҡыманан яһалған сепрәкте уксус ҡушылған һыуға манып, шуның менән ышҡып таҙарт. Электрға тоташтырыр алдынан ҡорамалдың тәғәйен еренә һыу ҡойорға онотма, юғиһә парһыҙ үтекләүе ауыр буласаҡ.

Һәр кейемдең тиҫкәре яғында ниндәй ҡыҙыулыҡта үтекләргә икәне күрһәтелгән ярлыҡ бар (һүрәттә).

1) эҫе булһа ла ярай

2) әллә ни ҡыҙыу булмаһын

3) үтекләү рөхсәт ителмәй

Йылылыҡты көйләү өсөн ҡорамалдың өс төрлө режимы була: бер нөктәлеһе – синтетикаға, икәүлеһе – ебәк һәм йөн туҡымаларға, өсөнсөһө – еүеш сепрәк аша ғына үтекләнә торған кизе-мамыҡ әйбергә.

Бер нисә кейемде үтекләргә йыйынһаң, уларҙы алдан уҡ туҡымаһына ҡарап айырып һал. Башта аҙыраҡ температура талап иткәндәренә тотон, сөнки ҡорамалдың табаны, бер ҡыҙһа, тиҙ генә һыуынмай. Әгәр күлдәктең йәки салбарҙың нимәнән тегелгәнен белә алмаһаң, тиҫкәре яғынан берәй мөйөшөн генә үтекләп ҡара.

Шуны хәтереңдә тот: махсус таҡта булмаһа, үтекләнәһе әйберҙе ҡаҡ ергә түгел, ә тигеҙ урында (мәҫәлән, өҫтәлдә) йыйырсыҡһыҙ итеп йәйелгән туҡыма өҫтөнә һалалар.

Күлдәк үтекләгәндә ваҡ өлөштәренән – ең остарынан, кеҫәләренән – башла. Артабан еңдәренә күсәһең. Үтек киң урындан тарыраҡ яҡҡа ҡарай хәрәкәт итергә тейеш. Алдан уҡ бер ерҙе лә сырыштырмаҫҡа тырыш, сөнки аҙаҡ тигеҙләүе ауыр буласаҡ.

Йөн туҡыма пар ҡулланғанды ярата. Әгәр һеҙҙәге үтектең ундай режимы юҡ икән, кейем өҫтөнә сылатылған йоҡа сепрәк йәки марля йәйеп һал. Юғиһә әйберҙең ваҡ ҡылдары өтөлөп, ҡорамалдың табанына йәбешеүе, кейемдең дә боҙолоуы ихтимал. Пар бөркөүсе үтектең аҫтына ҡоро сепрәк тә бара.

Шуны белеп ҡуй: салбарҙы, пинжәкте, шулай уҡ һәр төрлө ебәк әйберҙе тиҫкәре яғынан үтекләү хәйерле. Мөмкин булған хәлдә, әлбиттә.

Үтегеңдең артыҡ ҡыҙыулығынан кейемдең берәй ере саҡ ҡына өтөлөп китһә, һуғанды бысаҡ менән икегә ярып, шуның ҡырҡылған яғы менән ышҡып ал. Артабан был әйберҙе һалҡын һыуға һал да бер-ике сәғәттән (мәктәптән ҡайтҡас) баяғы тапты йәнә һөрт. Бәлки, эҙе лә ҡалмаҫ.

Ебәк туҡыма өтөлһә, уны тиҙ арала аҙ ғына һыу ҡушылған сода менән эшкәрт. Кипкәс, щетка менән ипләп кенә таҙартырһың.

Үтекте һүндергәс, эсендәге һыуын түгергә һәм хәүефһеҙ урынға ултыртып ҡуйырға кәрәк. Был мәлдә лә һаҡ бул: тәнеңде бешереүең бар. Өйҙән йәки бүлмәнән сыҡҡанда ҡорамалдың розеткаға тоташмағанлығын тикшерергә онотма! Күңелеңдә шик тыуһа, кире боролоп инергә иренмә!

Даян Мәжитов.

Үтек менән “дуҫлашыу”
Үтек менән “дуҫлашыу”
Үтек менән “дуҫлашыу”
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: