+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
2 Октябрь 2022, 11:25

ҠАБАТЛАУ ТАБЛИЦАҺЫН НИСЕК ТИҘ ЯТЛАРҒА?

Ҡабатлау таблицаһын яттан белеү хәтерҙе яҡшыртып ҡына ҡалмай, ә көндәлек тормошта ла артабан кәрәгәсәк. Техник прогресс заманында унан ни файҙа, тип ҡул һелтәргә ашыҡмағыҙ, йәш дуҫтарым. Сөнки телефондың, йәки башҡа гаджеттың ҡулда булыуы ғына гел ярҙам итмәҫ.

ҠАБАТЛАУ ТАБЛИЦАҺЫН НИСЕК ТИҘ ЯТЛАРҒА?
ҠАБАТЛАУ ТАБЛИЦАҺЫН НИСЕК ТИҘ ЯТЛАРҒА?

Ҡабатлау таблицаһын яттан белеү хәтерҙе яҡшыртып ҡына ҡалмай, ә көндәлек тормошта ла артабан кәрәгәсәк. Техник прогресс заманында унан ни файҙа, тип ҡул һелтәргә ашыҡмағыҙ, йәш дуҫтарым. Сөнки телефондың, йәки башҡа гаджеттың ҡулда булыуы ғына гел ярҙам итмәҫ. Ҡайһы бер айырым осраҡтарҙа үҙеңә лә тиҙ арала ҡабатлау таблицаһын иҫеңә төшөрөп торорға тура килеүе ихтимал. Шуға күрә был мәҡәләлә беҙ һеҙгә уны нисек мөмкин тиклем тиҙерәк ятлап алыу ысулдары менән таныштырып үтербеҙ. Ата-әсәләр һәм бәләкәй һеңле-ҡустылары башланғыс синыфта уҡыған үҫмерҙәр өсөн материалдың файҙаһы тейер, тип уйлайбыҙ.

БЕРЕНСЕ КӨН

Иң тәүҙә ҡабатлау таблицаһын әллә ниндәй ҡатмарлы нәмә тип ҡабул итеүҙән туҡтағыҙ. Уның бер ауырлығы ла юҡ. Теләк булһа, “һә” тигәнсе ятлап алырға мөмкин. Башта бергә ҡабатлауҙы төшөнөп алабыҙ: ниндәй генә һанды уға ҡабатлаһаң да шул уҡ һан килеп сыға икәнен иҫтә ҡалдырыу ҡыйын түгел.

Артабан унға ҡабатларға өйрәнәбеҙ: был осраҡта ҡабатланған һанға ни бары ноль өҫтәлә.

Ә хәҙер икегә ҡабатлау ысулын төшөнәбеҙ: һанды һанға ҡушыуҙы аңлап алған уҡыусыға был ауыр бирелмәй, сөнки бер үк һанды ике тапҡыр ҡушырға кәрәк икәнен ул белә.

Әгәр уҡыусы материалды еңел үҙләштерһә, беренсе көндә үк дүрткә ҡабатлауҙы өйрәнергә мөмкин. Бының өсөн һанды икегә ҡабатлап, һөҙөмтәгә шуны уҡ тағы ҡушырға кәрәк. Миҫал: 5х4=5х2+5х2. Йәғни, 10+10=20.

ИКЕНСЕ КӨН

Башта беренсе көндә үҙләштергәндәрҙе ҡабатлап үтәбеҙ. Нимәлер онотолған булһа, бошонорға ашыҡмағыҙ. Яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшер өсөн баланы маҡтап торорға ла онотмағыҙ, уның менән һоҡланығыҙ: “Һай, афарин, барыһын да тиерлек иҫеңдә ҡалдырғанһың!” Йылы һүҙ – йән аҙығы. Уҡыусы артабан тағы ла нығыраҡ тырышасаҡ.

Был көндә беҙҙең маҡсат – бишкә ҡабатлауҙы төшөнөү. Балаға тотош таблицаны күрһәтегеҙ: унда бишкә ҡабатлаған саҡта таҡ һандарҙың яуабында   – гел биш һаны, ә йоп һандарҙа ноль тороуын аңлатығыҙ. Бына шундай үҙенсәлек бар икәнен аңлап алһын.

Өскә ҡабатлауҙы шулай уҡ өйрәнеп алыу ҡыйын булмаҫ: икегә беҙ ҡабатлай беләбеҙ, ана шуға кәрәкле һанды ҡушыу яуапты килтереп сығарғанын аңлатығыҙ. Миҫал: 4х3=4х2+4. Йәғни, 8+4=12.

ӨСӨНСӨ ҺӘМ ДҮРТЕНСЕ КӨНДӘР

Был көндәр бер аҙ ҡатмарлы булмаҡсы: алтыға, етегә һәм һигеҙгә ҡабатлауҙы өйрәнәсәкбеҙ. Шулай ҙа быны йырып сығырға мөмкин: һандар менән эшләй белеү ысулын ҡулланыу етә. Алда үткәндәрҙе лә киренән иҫкә төшөрөргә онотмағыҙ.

Ә хәҙер миҫалдарҙы ҡарап үтәйек: 7х3=3х7. Йәғни, 7х2+7=14+7. Яуабы: 21. 8х8 – ул 8х5+8х3 (йәки 8х2+8). Йәғни, 40+16+8=64.

 

БИШЕНСЕ КӨН

Туғыҙға ҡабатларға өйрәнәбеҙ. Быны тиҙ отоп алыр өсөн шәп ысул бар.

Өҫтәлгә усығыҙҙы күрһәтеп ике ҡулығыҙҙы ла һалығыҙ. Бармаҡтар тигеҙ. Балаға ҡабатлауҙы төшөндөргәндә һулдан уңға һанағанда уларҙы бөгөп барабыҙ. Ә хәҙер (һулдан уңға һанайбыҙ) туғыҙҙы ниндәй һанға ҡабатларға кәрәк булған бармаҡты бөгәбеҙ. Мәҫәлән, 9х4 булһа, һул ҡулдың дүртенсе бармағын бөгәбеҙ. Хәтерҙә ҡалдырабыҙ: һул яҡта беҙҙең – тиҫтәләр, ә уң ҡулда – берәмектәр. Әйтәйек, һулдан өс бармаҡ булһа, тимәк, ул 30+6 (уңдан алты бармаҡ). Яуап: 9х4=36.

 

АЛТЫНСЫ КӨН

 

Тәжрибәләрҙең күрһәтеүенсә, күп балаларҙа ошондай ҡабатлауҙар ҡыйынлыҡ тыуҙыра: 6х7, 6х8, 6х9, 7х9, 7х8, 8х9. Бындай осраҡта карточкалар ярҙамға килер. Ун ике карточка әҙерләгеҙ һәм ҡабатлау уйыны уйнағыҙ: дөрөҫ яуап булһа, карточканы ситкә ҡуябыҙ, ә яңылышһа, киренән ҡабатлайһығыҙ.

Әлбиттә, бөтә кешеләр ҙә теүәл фәндәргә һәләтле түгел. Кемгәлер ҡат-ҡат ятлау һәм материалды ҡабатлау кәрәк. Был процеста күреү хәтерен дә ҡулланыр өсөн өйҙә ҡабатлау таблицаһының иҫтә ҡалмаған миҫалдарын яҙып элеп сығығыҙ: әйтәйек, 6х7=42, 8х9=72, 7х8=56 һ.б.

 

ЕТЕНСЕ КӨН

 

Үтелгәндәрҙе дөйөм рәүештә ҡабатлайбыҙ. Иҫтә ҡалмағандарын киренән нығытабыҙ.

 

Зарина НӘЗИРОВА әҙерләне.

ҠАБАТЛАУ ТАБЛИЦАҺЫН НИСЕК ТИҘ ЯТЛАРҒА?
ҠАБАТЛАУ ТАБЛИЦАҺЫН НИСЕК ТИҘ ЯТЛАРҒА?
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: