

Ялдарҙы Нуғай ҡасабаһында үткәреп тә, бәләкәстәремә инмәй ҡайтмайым бит инде. Салауат менән Тәлғәт көткән былай ҙа, әсәләренең теңкәһенә тейгәндәр.
--Ҡасан килә?
--Ҡайҙа йөрөй?
--Черепаха что ли!
Пирәшки һәм майипмәктәр бешереп һыйланым тегеләрҙе
. Әсәләре “ҡулды йыуып, өҫтәл артында, һөйләшмәй генә” тип башлағайны ла, мин, инәйлек дәрәжәһе менән файҙаланып, киленемдең приказдарын аннулировать иттем
:
--Ашаһындар! Урамда йүгереп йөрөп, уйнап йөрөп ашау иң тәмлеһе ул.
Элек ауылға барғанда ҡәйнәм минең балаларҙы шулай яҡлашып туғара ла ебәрә торғайны. Хәҙер үҙем шулай могу бына
. Звездный час
!
Салауат мәктәпкә йөрөй бит инде. Ҡыҙыҡай менән ултыртҡандар ҙа, был шул хәлдән оялып, ныҡ йәшерә. Хатта атаһына ла дөрөҫөн әйтмәгән.
--Кем менән ултыраһың? – тип һораған атаһы телефондан (аталары ҡырҙа эштә).
--Бер үҙем, - тигән.
--Әсәйең һине ҡыҙыҡай менән ултыра тигәйне.
--Әсәй белмәй ул😶.
Мин дә төпсөнәм:
--Улым, кем менән парталашһың?
Өндәшмәй🤔.
--Исеме кем?
--Белмәйем. (Ярай хет бер үҙем тимәй уже.)
--Матур ҡыҙыҡаймы?
--Ҡараманым😒.
--Сәсе әсәйеңдеке кеүек һарымы, әллә минеке һымаҡ ҡарамы?
Икебеҙгә алмаш-тилмәш ҡарап ала ла, миңә күрһәтә:
--Шулай. (Сәпсим үк ҡарамаған да түгел, тимәк. Башҡорт ҡыҙылыр, тип фаразлайбыҙ.)
--Һөйләшәме ул ҡыҙыҡай берәйһе менән? Теле барҙыр бит?
--Ба-ар! – тип көлә үҙе.
--Ә ни эшләп һин уның менән һөйләшмәйһең?
--Потому что она девочка!☝🏻
— Ә һин иртәгә кәнфит һалып алып бар ҙа, уға бир. Шунан дуҫлашып китәһегеҙ. Ҡыҙҙар кәнфит ярата ул.
Яуап биреүгә бирмәне, әммә өҫтәлдәге кәнфиткә текәле-еп уйлана биреп торҙо. Күңеленә бер орлоҡ төштө, күрәһең✌🏻😁.
Тәлғәтенә ике донъя-бер мөрйә😃Яңы урында баҡсаға ла урынлашмаған әле. Вольная жизнь👍
Миләүшә Ҡаһарманова.