+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
9 Октябрь 2022, 10:25

Әлфир Заманов

– Отставить! – тип йырҙы туҡтата сержант. – Кем шундай матур тауыш менән йырлай, өс аҙым алға!Әлфир шөрләп төшә, әммә алға сыға.– Ҡара сәле, – ти сержант, – үҙең бәләкәс кенәһең, анау тиклем ҙур, көслө тауышты ҡайҙа һыйҙырып йөрөтәһең?! Милләтең кем?– Башҡорт!

Әлфир Заманов
Әлфир Заманов

Әрмегә барғас, йәш һалдаттарҙы теҙеп ҡуйып, көн дә иртән Рәсәй гимнын йырлаталар икән. Күптәр теләр-теләмәҫ кенә мөңгөрләй. Вокал бүлеген тамамлап ҡына килгәс ни, Әлфирҙең күкрәк тултырып йырлағыһы килеп тора! Тамағындағы бөтә тауыш ярыларын ҡыуандырып, гимнды һуҙып ебәргән һалдаттың тауышы, моңо барыһын да әсир итә. – Отставить! – тип йырҙы туҡтата сержант. – Кем шундай матур тауыш менән йырлай, өс аҙым алға! Әлфир шөрләп төшә, әммә алға сыға. – Ҡара сәле, – ти сержант, – үҙең бәләкәс кенәһең, анау тиклем ҙур, көслө тауышты ҡайҙа һыйҙырып йөрөтәһең?! Милләтең кем? – Башҡорт! – Әйҙә, йырла! Аптырап тормай йәш һалдат, йөрәктәрҙе елкендереп, ҡолаҡтарҙы ҡыуандырып, барыһының да ихтирамын һәм хөрмәтен яулап, рәхәтләнеп йырлап ебәрә. Берҙән-бер башҡорт егете булыуға ҡарамаҫтан, туған телендәге йырҙарҙы гитараға ҡушып та йырлап күрһәтеүҙе матур шөғөл итеп ала ул. – Башҡорт теле ниндәй матур, моңло икән... – тиҙәр сит милләт егеттәре.

 Сибай концерт-театр берекмәһенең талантлы, йәш йырсыһы Әлфир Заманов моңло йырҙары, оҫта итеп уйнаған ролдәре менән тамашасылар һөйөүен яулаһа ла, «Башҡорт йыры–2020» телевизион конкурсының еңеүсеһе булғансы үҙенең талант көсөнә һаман ышанмай йөрөй. Ул хатта был бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт итмәй бик оҙаҡ икеләнә. Әммә коллегаларының биргән кәңәштәре, өгөт-нәсихәте, күрһәткән ышанысы егеткә ҡыйыулыҡ өҫтәй. «Бындайын да мәртәбәле бәйгелә ҡатнашыу үҙе үк ҙур яуаплылыҡ та һала бит әле. Ярай, барайым, берәй номинация яулап йәки өсөнсө урын алып ҡайтһам да ризамын», ‒ тип уйлай ул.

«Үҙеңдән башҡа кешене әүлиә тип күр» тигән һүҙҙәрҙе ишетеп үҫкән егет бөтә конкурсанттарҙы ла һоҡланып тыңлай. Уларҙың һәр береһе бәйге еңеүсеһе булырға хаҡлы булыуына инана.

Бары бәйге барышында беренсе, икенсе һәм өсөнсө турҙарҙы ла уңышлы үткәс кенә, атай-әсәй доғалары, һәр сығышын, һәр еңеүен мөкиббән китеп ҡарап, ҡеүәтләп ултырған ауылдаштарының изге теләктәре, Сибай концерт-театр берекмәһендәге коллегаларының терәк көсө һәм бөтә сығыштары ваҡытында ла хәстәрлек күрһәтеп эргәһендә булған тормош иптәшенең мөхәббәте көс етмәҫтәй күренгән һынауҙарҙы ла еңеп сығырға ярҙам иткәнен бөтә йөрәге менән тоя Әлфир.

Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуып үҫкән егет тыуған яҡтарын, бай тарихлы ауылын бик ярата. Унда йәшәгән эшһөйәр ауылдаштары менән ғорурлана. «Тамаша» журналы өсөн интервью биреүен һорап мөрәжәғәт иткәс тә, ул һөйләшеүҙе ауылдашы, халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәре менән башланы:

Үҙ еремдең тәбиғәте менән
Бөтә йәнем-тәнем береккән.
Моңдарым да минең һис ҡасан да
Айырылмаҫ тыуған ерлектән!

– Тыуған ерем тупрағынан, тәбиғәттән илһам, көс алам мин, – ти Әлфир. – Йыр-моңға һөйөү, актерлыҡ һәләте нәҫелдән-нәҫелгә тапшырыла килгән бер бүләктер, – тип ҡабул итәм, атайым яғынан да, әсәйем яғынан да күп туғандарым йыр-бейеүгә бик маһирҙар.

Вәфир һәм Венера Замановтар ғаиләһендә өс малай үҫә, Әлфир – иң кесеһе. Бәләкәйҙән матур көслө тауышы менән айырылып торған малайҙы тәүге уҡытыусыһы Гүзәл Игебаева һәр саҡ йыр бәйгеләрендә ҡатнаштырыу яғын ҡарай. Ниндәй генә бәйгелә ҡатнашһа ла,  призлы урын яулап ҡайтҡан балаға барыһы ла һоҡланып, яҡты киләсәк юрайҙар.

Тауышы иҫ киткес моңло малайҙы бала һәм үҫмер сағында уҡ, күптәр, йырлауын һорап ялҡыталар икән.
– Ҡаҡшаттығыҙ ҙа! – ти ул, – йырла ла йырла, йырла ла йырла! Бүре кеүек олоп йөрөү минең һөнәр түгел! ‒ Үҙенең ниндәй көслө һәләт менән бүләкләнгәнен егет ҡорона ингәс кенә аңлай ул, һәм ҡыуанып, кинәнеп йырлай башлай. Халыҡ йырҙарын яратып башҡара Әлфир. Иң тәүге йырлаған йырым «Сыңрау торна» булды, тип хәтерләй, «Сибай» һәм «Ильяс» йырын яратып башҡарҙым. Һәләтемә ҡул һелтәп ҡуймаған ныҡыш уҡытыусым Гүзәл Игебаеваға рәхмәтлемен, ти ул, «Башҡортостан тарихы» бүлмәһенә бикләп ҡуйып тигәндәй Рамаҙан Йәнбәков йырҙары яҙылған табаҡсаны ҡырҡ тапҡыр ҡабат-ҡабат әйләндереп халыҡ йырҙарын тыңлатып, йырлап өйрәнергә мәжбүр итте.

«Ирәндек моңдары» бәйгеһендә йырлап йөрөп, Әлфир хатта мәктәпте тамамлаған саҡта һуңғы ҡыңғырау тантанаһында ла була алмай.

Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлегенә имтихандар тапшыра. 11-се класты тамамлап килгән малайҙың көслө һәләтен күреп уны шунда уҡ 2-се курсҡа ултырталар. Көслө уҡытыусы, күп билдәле йырсыларҙы сәнғәт юлына аяҡ баҫтырған мәшһүр Джон Мусин класында белем ала. Өс йыл уҡығас, әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайта.

Әрмегә барғас, йәш һалдаттарҙы теҙеп ҡуйып, көн дә иртән Рәсәй гимнын йырлаталар икән. Күптәр теләр-теләмәҫ кенә мөңгөрләй. Вокал бүлеген тамамлап ҡына килгәс ни, Әлфирҙең күкрәк тултырып йырлағыһы килеп тора! Тамағындағы бөтә тауыш ярыларын ҡыуандырып, гимнды һуҙып ебәргән һалдаттың тауышы, моңо барыһын да әсир итә.
– Отставить! – тип йырҙы туҡтата сержант. – Кем шундай матур тауыш менән йырлай, өс аҙым алға!
Әлфир шөрләп төшә, әммә алға сыға.
– Ҡара сәле, – ти сержант, – үҙең бәләкәс кенәһең, анау тиклем ҙур, көслө тауышты ҡайҙа һыйҙырып йөрөтәһең?! Милләтең кем?
– Башҡорт!
– Әйҙә, йырла!
Аптырап тормай йәш һалдат, йөрәктәрҙе елкендереп, ҡолаҡтарҙы ҡыуандырып, барыһының да ихтирамын һәм хөрмәтен яулап, рәхәтләнеп йырлап ебәрә.
Берҙән-бер башҡорт егете булыуға ҡарамаҫтан, туған телендәге йырҙарҙы гитараға ҡушып та йырлап күрһәтеүҙе матур шөғөл итеп ала ул.
– Башҡорт теле ниндәй матур, моңло икән... – тиҙәр сит милләт егеттәре.

Әрменән ҡайтҡас, Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә эш башлай йәш һалдат. Илһамланып эшләй, яңғыҙ ҙа, бергә эшләгән коллективы менән дә төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. «Ирәндек моңдары» йыр-моң бәйгеһендә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» тип аталған конкурста уңышлы сығыштарын бигерәк тә әһәмиәтле тип һанай. Әлбиттә, «Башҡорт йыры–2020» телевизион конкурсында еңеү уға көтөлмәгән күңел күтәрелеше бирә. Был ҙур еңеүгә этәреүсе, ныҡлы нигеҙ ҡороусы Сибай концерт-театр берекмәһенең директоры Айбулат Миңлеғәле улы Ҡотошовҡа, Рәмил Париж улы Туйсинға өйрәткән йыр-моң серҙәре, аҡыллы кәңәштәре өсөн, дәртләндереп, дөрөҫ юл күрһәтеп биргән тормош һабаҡтары өсөн сикһеҙ рәхмәтле Әлфир. Театр уның актерлыҡ һәләттәрен дә асып үҫтерә. Театрлаштырылған тамашаларҙа төп ролдәрҙе уға ышанып тапшыралар. «Батырҙарҙы данлар илем бар» тип аталған ҙур тарихи тамашала уйнаған Шәйехзада Бабич роле иң ҙур, иң яратҡан ролдәренең береһе булып тора. Батырҙарҙы, шәхестәрҙе үрнәк итеп алып, туған халҡының рухи хазинаһын байытып, арымай-талмай камиллаша, һәләттәрен үҫтерә Күсей егете Әлфир Заманов. Ижади уңыштар теләйек уға.

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА

Әлфир Заманов
Әлфир Заманов
Әлфир Заманов
Әлфир Заманов
Әлфир Заманов
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: