Беҙ – Шайморатовсылар!
Быйылғы уҡыу йылы гимназиябыҙ өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булды. Сентябрь айында рәсми рәүештә районыбыҙҙың Ғ. Ибраһимов, республиканың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, күренекле башҡорт шағиры Рәшит Назаров исеме бирелде. Шулай уҡ беҙҙе –бишенсе синыф уҡыусыларын Шайморатовсылар сафына алдылар.
Ноябрь айында уҡыу йортобоҙға күренекле ҡунаҡтар килде. Улар араһында район хакимиәте башлығы Шәһәретдинов А.Н., БР Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Ишмөхәмәтов Р.Р, Яҙыусылар союзы рәйесе Әлибаев З.А., БДПУ башҡрт филологияһы факултеты деканы Хөсәйенова Л.М., Башҡорт халҡын үҫтереү йәмәғәт фонды етәксеһе Йосопова Г.Р., “Аҡбуҙат” журналы баш мөхәррире Абдуллина Л.Х., “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы баш мөхәррире Кәримов С.Ғ. һәм башҡа ҡунаҡтар булды.
Байрамдың беренсе өлөшө тамаша залында гимназиябыҙға Рәшит Назаров исемен биреү тантанаһынан торһа, икенсе өлөшө спорт залында беҙҙе “Шайморатовсылар” сафына алыу булды.
Был тарихи ваҡиғаларға бик етди әҙерләндек. Уҡыу йылы башынан бөйөк башҡорт генералы, Рәсәй геройы М.М. Шайморатовтың тормошон, яу юлын өйрәндек. Дөрөҫ итеп атларға, рапорт, ант бирергә өйрәндек. Мәңге хәтеребеҙҙә буласаҡ “Шайморатов генерал” йырын башҡорт телендә лә, урыҫ телендә лә яҡшы итеп йырларға өйрәндек. Бынан тыш “Йәш шайморатовсылар” булараҡ барлыҡ гимназия, район уҙғарған сараларҙа әүҙем булдыҡ. Уҡыуҙа ла һынатмаҫҡа тырыштыҡ. Башланғыс синыфтан яңы ғына сыҡһаҡ та, тиҙ арала төрлө уҡытыусыларға, яңы фәндәргә өйрәнеп өлгөрҙөк.
Бына ниһайәт, “Йәш шайморатовсылар” сафына алыу көнө етте. Бик тулҡынландырғыс мәл ине ул. Һәр ҡайһыбыҙ ғорурлыҡ хисе тойғандыр, моғайын. Ата-әсәйҙәр, килгән күренекле ҡунаҡтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәғитов Ш.Ғ. алдында ант биреү икелә тә яуаплылыҡ өҫтәне, йөрәктәребеҙ йышыраҡ типте. Беҙ, егерме ике уҡыусы “Шайморатовсы” исеменә тап төшөрмәй, илебеҙгә кәрәк һәм терәк булып үҫербеҙ!
Карина Ғизәтуллина,
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы,
“Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе.