-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
22 Ғинуар 2023, 17:05

Нисек итеп мин үҙемсә әрмегә әҙерләндем?

Беҙ бала саҡта әрменән ҡайтыусы һалдаттарға ныҡ һоҡланып ҡарай торғайныҡ. Улар биргән ябай значок иһә хәтәр шәп бүләк иҫәпләнә ине. Ошондай мөхиттә тәрбиәләнгәс, һәр малай әрмегә барырға атлығып торҙо.

Нисек итеп мин үҙемсә әрмегә әҙерләндем?
Нисек итеп мин үҙемсә әрмегә әҙерләндем?

Беҙ бала саҡта әрменән ҡайтыусы һалдаттарға ныҡ һоҡланып ҡарай торғайныҡ. Улар биргән ябай значок иһә хәтәр шәп бүләк иҫәпләнә ине. Ошондай мөхиттә тәрбиәләнгәс, һәр малай әрмегә барырға атлығып торҙо. Һалдаттан ҡайтҡан ағайҙар иһә, һеҙ маңҡа танауҙарҙы кем хеҙмәткә алһын инде, исмаһам, бер тапҡыр булһа ла турникта күтәрелә алаһығыҙмы һуң, тип йәнде үртәйҙәр. Уларҙың был һүҙе айырыуса миңә төбәлгәндәй тойола ине. Сөнки, алтынсы класта уҡыһам да, бер тапҡыр ҙа турникта күтәрелә алмаған, йүгереү буйынса ла арттан беренсе һөйрәлгән йыуантаҡ малай булдым. Ә әрмегә барғы бик килә торғайны.

Йәйге бер кистә мин ныҡлап спорт менән шөғөлләнә башларға ҡарар иттем. Етәр баҡа һымаҡ йөрөргә, тинем үҙемә, иртән торам да, йүгерә башлайым.

Таң менән тороуым өйҙәгеләрҙе бер аҙ аптыратһа ла, ниәтемде белгәс, береһе лә ҡуй тимәне. Ни бары әсәй генә, үҙеңде юҡҡа өҙгөләп, тип йәлләп ҡуйҙы.

Әйткәндәй, минән бик шәп йүгерек килеп сыҡты. Етенсе класҡа барғанда мин ун өс малай араһында ун өсөнсө түгел, ә алтынсы булып финиш һыҙығын үттем. Хатта физкультура уҡытыусыһы аптырап ҡуйҙы. Йәйге каникул мәлендә генә шундай һөҙөмтәгә ирешкәс, ныҡ ҡанатланып киттем. Йүгереү менән берлектә саңғы, турник, отжимание, гер күтәреү кеүек төрҙәргә иғтибар бирә башланым. Ағай бик шәп турник эшләп бирҙе. Үҙем иһә тоҡҡа ҡом тултырып, бокс тоғо әтмәләп алдым. Уны, атай менән әсәйҙән йәшереп, һарайҙың ҡараңғы бер мөйөшөнә элеп ҡуйҙым. Бында улар әллә ни инмәй торғайны. Сөнки мал тәрбиәләү мәшәҡәте беҙҙең, өс малайҙың, елкәһендә булды. Тоҡ төртөп торғанды күрһә, атай менән әсәй әрләр кеүек тойолдо. Бәлки күргәндәрҙер ҙә, тик өндәшеүсе булманы.

Ул мәлдә ауылда спорт секциялары булманы тиерлек. Шуға милли көрәшкә яҙылдым. Тик быны атай ҙа, әсәй ҙә хупламаны. Билеңде ауырттыраһың, йөрөмә, тине улар. Тик мин барыбер йөрөнөм. Көрәштә алған тәүге грамоталарҙы хатта күрһәтмәй торғайным. Тора-бара районда призлы урындар ала башланым. Шул саҡ ҡына атай ризалығын бирҙе.

Ун беренсе класта мин йыуантаҡ малай түгел инем инде. Ике 16 кг герҙы 100 тапҡыр күтәрә алған, райондың иң яҡшы көрәшселәре һәм йүгеректәренән һаналған, турникта егерме тапҡыр күтәрелгән көсө ташып торған егет инем.

Көрәшергә физкультура уҡытыусыһы өйрәтһә лә, ҡалған спорт төрҙәренә үҙ аллы өйрәндем. Бер көн шулай турникта 10 тапҡыр күтәрелеүҙән арттырып булмай башланы. Шул саҡ мин аяҡҡа 16 кг гер бәйләп күтәрелә башланым һәм бер айҙан һөҙөмтәне егермегә еткерҙем.

Әрмегә 1996 йылдың йәйендә киттем. Хеҙмәт иткәндә спорт миңә ныҡ ярҙам итте. Спорт күнекмәләре үтә еңел бирелде, көс булғас, ихтирам да иттеләр. Һалдат ағайҙар дөрөҫ әйткән булып сыҡты. Әрме хеҙмәте, ысынлап та, еүеш танауҙарҙы яратмай икән.

 

Хәлил Дәүләтов.

Автор:Хәлил Дәүләтов
Читайте нас: