Донъяны аптыратҡан үҫмерҙәр
Ғәҙәттә, йәштәргә “башың йәш әле” тип һанламайыраҡ, моғайын быға берәйһе ярҙам иткәндер, тиеберәк шикләнеп ҡарау бар. Ә бит ҡайһы берҙә үҫмерҙәр өлкәндәрҙең башы етмәгән нәмәләргә лә өлгәшеп ҡуя! Әйтәйек, кемегеҙҙең ябай ҡайнатманан аҡса эшләү тураһында уйлағаны бар? Ә бына 14 йәшлек кенә үҫмер иһә өләсәһенең ҡайнатмаһынан бизнес башлап ебәрә. Хәҙер уның уңышлы ғына эшләгән үҙ кондитер компанияһы бар. Әйҙәгеҙ, ошондай өлгөлө үҫмерҙәргә айырыбыраҡ туҡталып үтәйек әле.
Фрейзер Догэрти: ҡайнатманан аҡса эшләгән 14 йәшлек эшҡыуар
Телгә алған был йәш кеше бер ниндәй ҙә сайттар төҙөп баш ватмаған, эшҡыуарлыҡ буйынса яңы ысулдар уйлап ҡаңғырмаған, ә өләсәһенең рецебы буйынса ҡайнатмалар эшләй башлаған. 16 йәшендә мәктәпте ташлай ҙа, башкөллө эшкә сума. Аңлауығыҙса, юҡҡа түгел: хәҙер уның әйләнештә йөрөгән ҡайнатма банкалары йылына миллион ярым тәшкил итә. Әйткәндәй, ул – миллионер, уның капиталы ике миллион долларға баһалана.
Джордан Ромеро: Эвересты яулаған 13 йәшлек үҫмер
Эйе-эйе, был үҫмер 13 кенә йәшендә Эверест түбәһенә күтәрелгән! Әлбиттә, ул үҙе генә менмәгән унда, атаһы һәм төркөмдәге башҡа альпинистар ҙа булған. Әммә йәш кешенең бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуы маҡтауға лайыҡ түгелме ни?! Ошо юлда әллә күпме кешенең һәләк булыуы ла сер түгел: был турала альпинистар үҙҙәре һөйләй. Беҙҙең осраҡта иһә малай менән атаһы тауҙың иң башына менеү генә түгел, имен-аман кире төшөп тә етә.
Әйткәндәй, Ромеро Антарктиданың Винсон түбәһенә күтәрелергә иҫәп тота.
Кэмерон Джонсон: үҙ Интернет-бизнесын башлаған 15 йәшлек үҫмер
Туғыҙ йәшендә Кэмерон компьютерына Photoshop программаһын үҙләштерә һәм открыткалар эшләп, уларҙы Интернет аша һата башлай. Аҙаҡ ул сайттар булдырыу менән шөғөлләнә. Хәҙерге ваҡытта Кэмерон бер нисә киң танылған сервис хужаһы.
Күптән түгел ул үҙенең ресурстарының береһен алты һанлы суммаға һатҡан (Америка доллары менән, әлбиттә). Килешеүҙең теүәл суммаһы әйтелмәй, әммә алтын һан – алты һан инде…
Кэмерондың айлыҡ килеме – 200-ҙән 400 мең долларға саҡлы.
Мөхәммәт Алтумаими: ҡатмарлыларҙан ҡатмарлы башватҡысты сискән 16 йәшлек үҫмер
Мөхәммәтең ата-әсәһе 2003 йылда Швециянан Иракка күсеп килә. Бер нисә айҙан йәш кеше Бернулли һанының йомағын сисеүгә өлгәшә. Был башватҡысҡа 300 йылдан ашыу, уны сисеү өҫтөндә донъяның иң яҡшы математиктары шөғөлләнгән була. Шулай итеп, уның осона Иракта йәшәүсе ябай егет сыға.
Тиаго Олсон: ядер реакторы төҙөгән 17 йәшлек егет
Был беҙ күҙ алдына килтергән ядер реакторы түгел, әлбиттә. Өйҙәренең подвалында Олсон сағыштырмаса ҙур ғына ҡулайлама төҙөй, ул дейтерий молекулалары араһында реакция тыуҙырырға һәләтле була. Уның өсөн 40 мең вольт үткәрелә. Һөҙөмтәлә “ҙур булмаған энергия ҡуйырығы” хасил була. Үҙенең ҡулайламаһын төҙөү өҫтөндә Олсон 1000 сәғәт тирәһе ваҡыт үткәрә. Дуҫтары хатта уны шаяртып “иҫәр ғалим” тип йөрөтә башлай.