+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
30 Ғинуар 2023, 18:00

Бил бирмәҫ көрәшселәр - Ауырғазыла!

   Беҙҙең Рәшит Назаров исемендәге Талбазы Башҡорт гимназияһы егеттәре лә һынатманы. Йәнә лә еңеүҙәр яулап ҡайтты. Ауырғазы районы командаһы исеменән  гимназия,  Түрһәгәҙе, Төрөмбәт мәкәтәптәре егеттәре көс һынашты. Уларҙы  үҙ эшен ихлас башҡарған, тәжрибәле тренер Булат Мирғәли улы Ильясов тәрбиәләй.

Бил бирмәҫ көрәшселәр - Ауырғазыла!
Бил бирмәҫ көрәшселәр - Ауырғазыла!

Үткән шәмбелә, 28 ғинуар көндө,  Дәүләкән районының Хөсәйен ауылында милли көрәш буйынса  Башҡортостан Республикаһы  асыҡ турниры уҙҙы. Ул   РСФСР-ҙың спорт мастеры, ошо ауылда тыуып үҫкән, Булатов Дамир Әхиәр улы иҫтәлегенә һәм Башҡортостан Республикаһының спорт Министрлығының 100 йыллығына арналды.

   Асыҡ турнирға республикабыҙҙың алты районынан иллегә яҡын  көрәшсе килде. Бил бирмәҫ үҫмерҙәр ярышҡа етди әҙерләнгән. Бар еңеүҙәр артында көндәлек шөғөлләнеүҙәр, ныҡышмаллыҡ, тырышлыҡ ята.

   Беҙҙең Рәшит Назаров исемендәге Талбазы Башҡорт гимназияһы егеттәре лә һынатманы. Йәнә лә еңеүҙәр яулап ҡайтты. Ауырғазы районы командаһы исеменән  гимназия,  Түрһәгәҙе, Төрөмбәт мәкәтәптәре егеттәре көс һынашты. Уларҙы  үҙ эшен ихлас башҡарған, тәжрибәле тренер Булат Мирғәли улы Ильясов тәрбиәләй.

    Һөҙөмтәлә  1-се  урынды – 6, 2-се  урынды – 4, 3-сө урынды–  6 көрәшсе яуланы.  

Беренсе урын : Ғәлимов Дим (Төрөмбәт) , Ғәлимов Иҙел (Степановка), Шәмсетдинов Рәмис (Түрһәгәҙе), Ғәбиҙуллин Булат (гимназия), Ғәлимов Ленар (ДЮСШ), Назаров Байрас (гимназия) алды.

Икенсе урын: Иҙрисов Илдар, Иҙрисов Вилдан (Түрһәгәҙе), Йәғәфәров Илнар (гимназия) алды.

Өсөнсө урын: Батталов Дамир (Түрһәгәҙе) , Хәкимов Ильвир, Шәмсетдинов Алмаз, Тимербулатов Рауил, Аҡсурин Тимур (гимназия), Рәхмәтуллин Алмаз (Төрөмбәт) яуланы .

Тренерҙары Ильясов Булат Мирғәли улына, һәм уның көслө командаһына –  афарин! Ҙур еңеүҙәр яулаусы егеттәребеҙгә, Булат Мирғәли улына артабан да яңы үрҙәр, яңы уңыштар! Еңеүселәр араһында синыфташтарым Назаров Байрас, Тимербулатов Рауил, Аҡсурин Тимур өсөн айырыуса шатмын. Бар ергә лә өлгөр егеттәр менән бер синыфта уҡыуым менән ғорурланам.

  Лиана Йәлилова,

“Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе,

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының

9-сы синыф укыусыһы.

 

Бил бирмәҫ көрәшселәр - Ауырғазыла!
Бил бирмәҫ көрәшселәр - Ауырғазыла!
Бил бирмәҫ көрәшселәр - Ауырғазыла!
Бил бирмәҫ көрәшселәр - Ауырғазыла!
Бил бирмәҫ көрәшселәр - Ауырғазыла!
Бил бирмәҫ көрәшселәр - Ауырғазыла!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: