-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
15 Февраль 2023, 11:26

Уҡытыусым менән ғорурланам

Мин Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһына уҡырға килгәс көрәш түңәрәгенә йөрөй башланым. Түңәрәкте үҙ эшенең оҫтаһы Булат Мирғәли улы алып бара.Һеҙҙе  лә үҙемдең уҡытыусым, остазым, тренерым менән таныштырғым килә.

Уҡытыусым менән ғорурланам
Уҡытыусым менән ғорурланам

Мин Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһына уҡырға килгәс көрәш түңәрәгенә йөрөй башланым. Түңәрәкте үҙ эшенең оҫтаһы Булат Мирғәли улы алып бара.Һеҙҙе  лә үҙемдең уҡытыусым, остазым, тренерым менән таныштырғым килә.

Булат  Мирғәли улы Ильясов 1965- се йылдың 4 ғинуарында Төрөмбәт ауылында тыуған. Төрөмбәт урта мәктәбен тамамлағас, армияға тиклем колхозда эшләй. Аҙаҡ әрме сафында хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға ине. Уны тамамлағас Төрөмбәттә Өршәк колхозына баш зоотехник итеп ҡуялар. 2011-2016-сы  йылдарҙа  Физкультура институтын тамамлап ,Төрөмбәт мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы һәм көрәш буйынса тренер булып эшләй. Әлеге ваҡытта  Спорт мәктәбендә,Түрһәгәҙе, Төрөмбәт ауылдарында  көрәш, самбо түңәрәктәре алып бара . 

Уның тәрбиәләнеүселәре араһында республика, Рәсәй чемпиондары һәм призерҙары бар.Исхаҡов Арыҫлан – көрәш буйынса Республика чемпионы, Рәсәй беренселеге чемпионы; Назаров Байрас ,Идрисов Вилнур, Сатлыков Искәндәр- көрәш буйынса күп тапҡырҙар республика чемпиондары, Рәсәй беренселеге призерҙары.

Быйылғы уҡыу йылында ла  уның уҡыусылары  бик матур уңыштарға иреште. Көрәш буйынса уҡыусылар спартакиадаһының зона ярышында Ауырғазы районы командаһы 1-се урын яуланы. Ә   Баймаҡ ҡалаһында үткән финал ярышында 2-се урынға лайыҡ булды. Туймазы ҡалаһында, Стәрлебаш, Дәүләкән райондарында үткәрелгән республика көрәш турнирҙарындала йәш көрәшселәр һынатманы . Күп миҙалдар, ҡиммәтле бүләктәр алып ҡайттылар.

 Дәүләкән районы Хөсәйен ауылында  спорт мастеры Булатов Дамир Әхиәйәр улы иҫтәлегенә үткәрелгән республика милли көрәш турнирында 3-сө урын яуланым. Йәш көрәшсе  булараҡ , минең өсөн был ҙур шатлыҡ.

Булат Мирғәли улы үҙе лә уҡыған сағынан уҡ спорт менән етди шөғөлләнә.Армияға тиклем  үк район, республика кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып күп тапҡыр  чемпион була.Һабантуйҙарҙа бил бирмәҫ  батыр булып таныла.

Хәҙер ул йәш  быуынға көрәш серҙәрен өйрәтә, милли көрәште яңынан тергеҙеү өсөн арымай-талмай ең һыҙғанып эшләй.Уға  эшендә уңыштар, ҡоростай сәләмәтлек теләйем.Тәрбиәләнеүселәре яңынан яңы уңыштарға,еңеүҙәргә өлгәшһен.

Шәмсетдинов Алмаз,

Ауырғазы районы

Рәшит Назаров исемендәге

Талбазы башҡорт гимназияһының

IV  синыф уҡыусыһы

Уҡытыусым менән ғорурланам
Уҡытыусым менән ғорурланам
Уҡытыусым менән ғорурланам
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: