Ағайым менән ғорурланам!
Һаумыһығыҙ, “Аманат” журналдын яратып уҡыусы дуҫтарым! Минең исеме Разалия. Мин 6-сы синыфында уҡыйым. Мин һеҙҙе Данил исемле ағайым менән таныштырғым килә. Уға 14 йәш, 8-се синыфта уҡый. Минең ағайым Серафим 3-сө һанлы урта мәктәбендә кадет класында уҡый. Ул унда үҙ теләге менән 3 -сө синыфта уҡ күсте. Минең уйымса, унда батыр йөрәкле, ҡыйыу, тырыш, үҙ маҡсатына ирешә торған егет-ҡыҙҙар ғына уҡый ала. Минең ағайым да шундай батыр, ҡыйыу, ярҙамсыл егет. Ул шундай етеҙ, бар ергә лә өлгөрә. Өй эштәрен дә тырышып эшләй, атайыма, әсәйемә лә ярҙамлаша, мине лә гел ҡурсалап, ҡайғыртып ҡына тора. Ағайым спорт менән дә шөғөлләнә. Ул шахмат, бокс түңәрәктәренә лә йөрөй. Районда үткән барлыҡ спорт ярыштарында ҡатнашып, урындар ала. Ә йәйен олатайыма бал ҡорттары ла ҡараша. Улар хәрби етәкселәре менән төрлө райондарға, ҡалаларға экскурсияларға баралар. Ағайым ике тапҡыр Мәскәү ҡалаһына барып ҡайтты. Уларҙы ысын һалдат итеп тәрбиәләйҙәр. Ағайым үҫкәс, Ҡотҡарыусы булырға хыяллана. Уның күңеле шундай изге, ул бар кешегә лә ярҙам итергә ярата. Мин ғорурланам, ағайым, һинең менән!
Разалия Кирилова, Туймазы районының Серафим ауылымәктәбе уҡыусыһы.