+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
20 Февраль 2023, 12:46

Нимә ул батырлыҡ?

Батырҙарҙы бөгөнгө тыныс тормошта ла күрәбеҙ. Улар янғын эсенән кешеләрҙе алып сыға, һыуға батыусыларҙы ҡотҡара. Улар араһында хатта балалар ҙа бар. Беҙ уларҙы БАТЫР, тип атайбыҙ. Бөгөнгө көндә БАТЫРҘАР тыныслыҡ өсөн көрәшә.

Нимә ул батырлыҡ?
Нимә ул батырлыҡ?

Нимә ул батырлыҡ?

 

Батырлыҡ! Минең уйлауым буйынса, ябай кеше башҡара алмаҫтай

эште башҡарыуҙыр ул. Батырлыҡ кешенән ҡыйыулыҡ, тәүәкәллек, кәрәк

ваҡытта үҙ-үҙеңде йәлләмәүҙе талап итә. Кеше төрлө булған кеүек,

батырлыҡ та төрлө була. Бик күп миҫалдар килтерергә була. Мәҫәлән,

Бөйөк Ватан, Афған, Чечен һуғыштарында беҙҙең ҡыйыу һалдаттарыбыҙ

Ватаныбыҙ тыныслығы, халҡыбыҙ именлеге өсөн күпме батырлыҡтар эшләгән.

Батырҙарҙы бөгөнгө тыныс тормошта ла күрәбеҙ. Улар янғын эсенән

кешеләрҙе алып сыға, һыуға батыусыларҙы ҡотҡара. Улар араһында хатта балалар ҙа бар. Беҙ уларҙы БАТЫР, тип атайбыҙ.

Бөгөнгө көндә БАТЫРҘАР тыныслыҡ өсөн көрәшә.

Беҙҙең яҡындарыбыҙ –һалдаттар донъялар имен булһын үҙҙәрен аямай батырлыҡтар күрһәтә. Беҙ уларға барыһы өсөн дә рәхмәтлебеҙ, батырҙарыбыҙҙыңтиҙерәк тыуған яҡтарынаимен-аман Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Ислам Ғәлиуллин,

Ауырғазы районының Рәшит Назаров исемендәге

Талбазы Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.

 

“Һуғышта” һүрәте.

Аделина Мусина,

 Туймазы районының Серафим ауылы мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: