Яу сигендәге батыр яугирҙар,
Ағай-атай, олатайҙар.
Иҫән-һау ғына әйләнеп,
Ҡайтығыҙсы тыуған яҡтарға!
Һеҙҙең алда баш эйеп,
Һеҙгә рәхмәттәр әйтәбеҙ.
Сит яҡтарҙа ҡан ҡойоп,
Тыныслыҡ яулап ҡайтығыҙсы!
Ергә тиҙҙән яҙҙар килер,
Һөйөнөшөп ҡоштар ҡайтыр.
Яҙҙар еткәс, ҡоштар ҡайтғас,
Еңеү менән кире ҡайтығыҙсы!
Тамерлан Зарипов, Туймазы районы Серафим ауылының 3-сө мәктәбе уҡыусыһы.