Республикала хәрби-патриотик тәрбиә айлығы бара. Айлыҡ сиктәрендә Ғ.Х.Вәлиев исемендәге Йөҙимән мәктәбе уҡыусыларҙың яратҡан “Зарница” уйыны үтте. 2-9-сы класс уҡыусылары ике батальонға бүленде, командирҙар һайланды. Ике батальон араһында бик сәмле, көсөргәнешле, спорт төрө буйынса ярыштар үтте.
Һәр команданың төп бурысы – мөһим хәрби документтарҙы табырға һәм уларҙы штабҡа илтеү. Әммә бының өсөн командаларға батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтеп күп кенә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡты: уларға ҡар аҫтында йәшерелгән “миналарҙы” табырға һәм уларҙы күтәрмәйенсә “сафтан сығарырға”, беренсе ярҙам күрһәтергә һәм башҡа һынауҙар аша үтергә тура килде. Командалар һәр этапта мәрәйҙәр тупланы, уйын ҡыҙыҡ һәм дуҫтарса мөнәсәбәттә барҙы.
Тотош уйын дауамында уларҙы жюри ағзалары баһаланы, улар заданиеларҙың дөрөҫ башҡарылыуын тикшереп барҙы. Ә жюри ағзалары булып уйынға спонсорлыҡ күрһəтеҮсе , бер туған Радик həм Салауат Искəндəровтар, яугир – интернационалистар саkырылды. Шулай уҡ улар еңеусе командаға күсмə приз тапшырҙылар.
Уйынды йомғаҡлау мəктэп директоры Тансулпан Фəрит ҡыҙы килгəн ҡунаҡтарға рəхмэт һүҙҙəре əйтеп байрам менəн ҡотланы. Ә иң һуңында обелискҡа венок һалып, иҫтэлеккə фотоға тɵшɵү менэн тамаланды.
Фәнилә Иҙрисова,
Ғафури районының Йөҙимән мәктәбе уҡытыусыһы.