-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
25 Февраль 2023, 17:09

Нимә ул батырлыҡ?

Батыр кешеләрҙе көслө, ҡыйыу, башҡаларҙы ҡайғыртыусан тип күҙ алдына килтерәм. Уларҙы онотмайҙар, яҡшы яҡтан иҫкә алалар тип уйлайым. #Нимә_Ул_Батырлыҡ

Нимә ул батырлыҡ?
Нимә ул батырлыҡ?

Нимә ул батырлыҡ?
Мин йыш ҡына нимә ул батырлыҡ тип уйланам... Батыр кешеләрҙе көслө, ҡыйыу, башҡаларҙы ҡайғыртыусан тип күҙ алдына килтерәм. Уларҙы онотмайҙар, яҡшы яҡтан иҫкә алалар тип уйлайым.
Шундай батыр кешеләр минең өсөн ҡәҙерле булған ҡарт ҡартатайҙарым Ғарифулла һәм Мәсғүт. Мәсғүт олатайым ун туғыҙ йәшенән Бөйөк Ватан һуғышына киткән, ә Ғарифулла олатайым тылда эҫелә лә, сатнама һыуыҡта ла колхозда эшләгән. Мин уларҙы иҫән саҡтарында күрмәһәм дә, нәнәйем менән ҡартатайым һөйләүенән , фотоларынан ҡарап беләм һәм ғорурланам.
Һуғыш! Был бик ҡурҡыныс һүҙҙе әйтке лә, ишетке лә килмәй хатта.
1941-1945 йылдарҙа бик күп кеше ғүмере өҙөлә, илгә ҡайғы килтерә.
Ошо һуғышты еңеп беҙгә азат тормош биргән олатайҙарыма мең рәхмәтлемен. Ундай батыр йөрәкле , ҡыйыу нәҫел ептәрем булыуына ғорурланам! Уларҙы һәр саҡ хәтерҙә тотоп, изгелктәрен онотмаҫҡа тейешбеҙ.
Рәхимов Таһир,
Ауырғазы районының Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 1-се синыф уҡысыһы.

Нимә ул батырлыҡ?
Нимә ул батырлыҡ?
Нимә ул батырлыҡ?
Нимә ул батырлыҡ?
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: