-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
13 Март 2023, 15:59

Ауырғазы көрәшселәре – ҙур еңеүҙәр яулай!

Ҡаҙан ҡалаһында үҫмерҙәр араһында Билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге үтте.

Ауырғазы көрәшселәре – ҙур еңеүҙәр яулай!
Ауырғазы көрәшселәре – ҙур еңеүҙәр яулай!

Ауырғазы көрәшселәре – ҙур еңеүҙәр яулай!

Ҡаҙан ҡалаһында үҫмерҙәр араһында Билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Рәсәйҙең 31 төбәгенән килгән 400 ашыу көрәшсе ҡатнашты был сарала. Башҡортостандың Ауырғазы районы данын: Ленар Ғәлимов (1 урын), Нурислам Һатлыҡов (3 урын), Эльвир Иҙрисов (3 урын)

күтәрҙе. Нурислам менән Эльвир Талбазы Башҡорт гимназияһы уҡыусылары. Эльвир Иҙрисов  үткән йылда ла Ҡаҙан ҡалаһында призлы урын яулаған ине.

Ленар Төрөмбәт мәктәбен тамамлап, Стәрлетамаҡ физкультура колледжында  уҡып йөрөй.

 

Көрәшсе егеттәрҙе, тәжрибәле тренер Булат Мирғәли улы Ильясовты шәп һөҙөмтә һәм ҙур еңеүҙәре менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

 

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас в