-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
28 Апрель 2023, 10:10

Һалдат яҙмаһы

Казармала булған бөтөн һалдаттар ҙа миңә рәхмәттәр әйтте. Шул ваҡыттан алып “бабай”ҙар мине артыҡ эшкә лә ҡушмай башланы. Ә командирҙар Рөстәмдән үрнәк алығыҙ, тип маҡтап торҙо.

Һалдат яҙмаһы
Һалдат яҙмаһы

Егетлек мәктәбе

Районкала баҫылған мәҡәләм әрмелә минең бәҫемде күтәрҙе

 

         Әрме сафтарына китергә бер аҙна ҡалғайны, район гәзитендә эшләгән дуҫым “Әрмелә хеҙмәт итеү кәрәкме?” тигән мәҡәлә яҙып бир әле, тигән үтенес менән килде.

Атайым гүмерен ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт итеүгә бағышланы. Ул майор булып пенсияға сыҡты. Шуға ул миңә әрмелә хеҙмәт итмәгән егет егет булмай, ти торғайны. Әлбиттә, дуҫымдың үтенесен кире ҡаҡманым. Тик ул тәҡдим иткән мәҡәләне “Әрмелә хеҙмәт итеү кәрәкме? Эйе!” тип үҙгәрттем. Атайым әйткән һүҙҙәрҙе лә ҡабатланым шул мәҡәләлә. Фекерҙәрем гәзиттә баҫылып сыҡҡанда, мин Ленинград өлкәһенең Ладейное поле ҡалаһында урынлашҡан һауа һөжүменән һаҡланыу ғәскәрендә хеҙмәт итеп йөрөй инем инде. Беҙ Финляндия яғынан һауала төрлө осоусы аппараттар  Рәсәй сиген боҙмаһын тип көнө-төнө радарҙар артында ултырҙыҡ. Әлбиттә, беҙҙе, йәш һалдаттарҙы, “бабай”ҙар көн дә тиерлек “өйрәтте”. Шулай итеп көндәр артынан көндәр үтә торҙо. Телефондар ул саҡ булманы. Тик хаттар ғына яҙҙыҡ. Бер көн беҙҙең район редакцияһынан ҡалын хат килеп төштө. Асып ебәрһәм, гәзиттә баҫылған минең фото менән мәҡәләм булып сыҡты. Район хәлдәрен дә белдем. Күңелгә йылы булып китте. Ҡайтып әйләнгән кеүек булдым. Шул гәзитте мендәр аҫтына һалып ҡуйҙым.

         Бер көн “бабай”ҙар беҙҙе урын йыйыштырырға өйрәтә башланы. Әйтергә кәрәк, күптәр был эште лә йүнләп эшләй белмәне. Өйрәтмәгәндәр. Уй бәпәйем, тип әсәләре был егеттәр өсөн урындарын йыйыштырғандыр, тип уйланым. Тик әрме бөтәһенә лә өйрәтә. Малай егет булып ҡайтасаҡ, иманым камил. Миңә сират килеп еткәс, беҙҙең сержант был ниндәй гәзит ул, тип беҙҙең районканы ҡулына алды. Гәзит урыҫ телендә сыҡҡас, бөтәһе лә уҡый ала ине. Минең мәҡәләмде сержант бөтәһе алдында ла ҡысҡырып уҡыны. Мин башымды эйеп оялып торҙом. Уҡып бөткәс, үҙең яҙҙыңмы, тип  һоранылар. Мин, эйе, тинем. Казармала булған бөтөн һалдаттар ҙа миңә рәхмәттәр әйтте. Шул ваҡыттан алып “бабай”ҙар мине артыҡ эшкә лә ҡушмай башланы. Ә командирҙар Рөстәмдән үрнәк алығыҙ, тип маҡтай ине.

         Тиҫтәләгән йылдар үтте. Ләкин әрме сафтарында хеҙмәт иткән сағым һаман да тик яҡшы яҡтан ғына иҫемдә. Хеҙмәт итмәгән егеттәрҙе лә аңлайым. Улар ҡурҡаҡтар! Әсәләренең итәгенә генә йәбешеп йөрөгән мәмәйҙәр. Шуға ла ҡырҡты ҡыуһалар ҙа һаман да ғаилә ҡормай, яуаплылыҡтан ҡурҡып йөрөгән шешҡолаҡтар бихисап.

         Рөстәм Солтанов

Автор:
Читайте нас: