-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
25 Июль 2023, 14:18

Иң бәхетле көндәр!

Элина, Урал, Байморат, Нурзәлиә, Илүзә, Әлиә Әлшәй районы йәмле Тәүәтәй ауылында ялдарын үткәрә.

Иң бәхетле көндәр!
Иң бәхетле көндәр!

Иң бәхетле көндәр!

Элина, Урал, Байморат, Нурзәлиә, Илүзә, Әлиә Әлшәй районы йәмле Тәүәтәй ауылында ялдарын үткәрә. Балаларын һағынып көтөп торған Венер олатай менән Вәсиә өләсәйҙә бик тә күңелле шул!

Ауылда тормош бөтөнләй икенсе: ҡояш та нығыраҡ йылмая, һауа ла сафыраҡ, ҡоштар ҙа моңлораҡ һайрай. Төрлө үлән, сәскә еҫтәренә тулышҡан һауаны күкрәк тултырып һулайһың. Иртән тороп, кәртәләге ҡош-ҡортто, мал-тыуарҙы сәләмләп алаһың.

Һарыҡ бәрәстәре лә, кескәй ҡойроҡтарын болғап, һиңә ҡаршы йүгерә. Нәҙек кенә тауыш сығарып, үҙҙәре ниҙер һөйләгән була. “Йә, һөт бирә һал миңә!” – тиҙәр улар. Күкрәктәрен кирә биреп, бик ҙур эш атҡарғандай, ана, тауыҡтары бөйөрҙәренә таянып йөрөй. “Бигерәк оҙаҡ йоҡлайһығыҙ! Оя тулы йомортҡа. Йыя һалып, өләсәйегеҙгә индерегеҙ!” – тигән кеүек улары ла.

Быйылғы каникул, айырыуса, мөғжизәлерәк, ваҡиғаларға ла байыраҡ булды балаларҙың! Хозур тәбиғәтле Димдә ҡолас ташлап һыу инеүҙәре, балыҡ ҡармаҡлауҙары – үҙе бер онотолмаҫлыҡ мәлдәр! Быға тиклем дә Венер олатай ярҙамында бик күп эш оҫталығына өйрәнеп алғайнылар инде. Шәп егеттәр өсөн ҡаҙау ҡағыу, тиреҫ сығарыу, сүп түгеү, кәзә көтөү эшме ни ул! “Эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн, балалар,” – ти бит олатай ҙа. Байморат исемле аҫыл егет “ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәр эше” тип, эште айырып тормай. Аш-һыуға ла оҫта ул. Барыһын да тәмле-тәмле торттар бешереп һыйлай. Байрамдарҙа айырыуса тырыша. Тәмлекәстәрҙе семәрләп биҙәп тә ебәрә.

Ҡыҙҙар өләсәй янында, аш-һыу тирәһендә булыша, өй йыйыштыра, иҙән йыуа. Әлиә менән Элина хатта кәзә һауырға ла оҫтарған! Ә Элина моңло итеп доғалар уҡый.

Уҡыу алдынғыһы балалар – Элина, Әлиә, Байморат Миһрановтар Өфө ҡалаһының 48-се Башҡорт лицейында, Урал Харисов Шамон мәктәбендә уҡый. Кескәй Нурзәлиә Ғәлиуллина менән Илүзә Харисова Өфө ҡалаһының балалар баҡсаһына йөрөй.

Бына шундай татыу, тырыш, уңған балаларҙың йәмле Тәүәтәй ауылында каникулдары күңелле, файҙалы үтә. Яңы уҡыу йылына дәртләнеп, көс туплай улар.

Иң бәхетле көндәр!
Иң бәхетле көндәр!
Иң бәхетле көндәр!
Иң бәхетле көндәр!
Иң бәхетле көндәр!
Иң бәхетле көндәр!
Иң бәхетле көндәр!
Иң бәхетле көндәр!
Иң бәхетле көндәр!
Иң бәхетле көндәр!
Иң бәхетле көндәр!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: