-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
11 Август 2023, 14:24

Үткер күҙле башҡорт яугире

Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт егете Әбүбәкер Мирхәйҙәров Т-34-85 танкында орудия командиры булып хеҙмәт итә. Уның каһарманлығы тураһында күптәр белмәй.

Үткер күҙле башҡорт яугире
Үткер күҙле башҡорт яугире

Үткер күҙле башҡорт яугире

 

Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт егете Әбүбәкер Мирхәйҙәров Т-34-85 танкында орудия командиры булып хеҙмәт итә. Уның каһарманлығы тураһында күптәр белмәй. Польшалағы Оглендув тигән ҡала янында фашистар үҙҙәренең өр-яңы танкы Тигр-2 менән һөжүмгә сыға. Көнбайыш фронтында инглис менән америка ғәскәре был танкты күреү менән тырым-тарағай ҡасҡан. Тик беҙҙең башҡорт егете генә бер алышта өс Тигр-2 танкын юҡ иткән. Нисек булған был алыш?

12 август 1944 йыл фашистар атакаға күтәрелә. Мирхәйҙәровтың танкын үҙен генә фашистарҙың бөтә танктарына ҡаршы ҡуйғандар. Уның бурысы дошмандың иғтибарын йәләп итеү. Шул мәл икенсе яҡтан беҙҙең артилерия дошмандың техникаһын юҡ итергә тейеш булған. Польша ере ҡомло булғас траншея ҡаҙыуҙын файҙаһы булмаған. Шуға ла Әбүбәкер танк командирына әйҙә бында ятҡан бесәндән танк өҫтөнә кәбән эшләйек тигән. Ауыл кешеһе һә тиәгәнсә танк өҫтөнә бесән өйөп тә ҡуйған. Шулай итеп төн еткән. Төнөн ниместәр йоҡлай, тип Т-34-85 экипажы ла ял итергә ятты. Иртә таң менән фашистарҙың моторҙары геүләй башланы. Беренсе булып дошмандың самолеты (авиакорректировщик) баш осонан үтеп китте. Пушкалары гөрхәлдәй башланы. Алыҫта туҙан күтәрелде. Ауыр танкттар көскә килгәнен һиҙҙеләр.

Танк командиры Оськин команда бирҙе: Александр! Мотор заводи! Не глуши! Как Абубакир даст выстрел, сразу выскакивай назад. Потом маневрируй как бог на душу положит.

Күп тә үтмәй Тигрҙар ҙа күренде. Ғәҙәттә тыныс Әбүбәкер ҡапыл командирына боролоп: Командир! Икенсе танк бата башланы. Позициянан китмәйек. Мин беренсеһен шарталатам да икенсеһен дә юҡ итәм тине.

Булдыра алаһынмы? – тип былай ғына һорана Оськин. Ул тәжрибәле коморудына ышана ине.

Бисмилла – тип кенә яуап бирҙе Әбүбәкер.

Ошонан алып Мирхәйҙәров командирынан бер нимә лә һораманы. Экипаж белә, хәҙер бөтәһе лә Әбүбәкерҙен ҡулында. Ул прицел аша “Тигр”ҙарҙы күҙәтте. Беренсе танк тарҡаулыҡтан сыҡты ла туҡтаны. “Ата ҡабан кеүек тора” тип уйланы һунарсы. Күп тә үтмәй туйған бесәй кеүек танк мырылдай-тырылдай артабан китте. Бына инде бөтә колонна ла күренде. Беренсе танк ҡабырғаларын күрһәтте. Тик Әбүбәкер ҡабаланманы. Бөтә экипаж уға ғына табынды. Ул мәлен көттө. Һәм бына икенсе Тигр ҡомда бата башланы. Уның артынан килгән өсөнсө танк уны урап үтергә маташып беҙҙең Т-34-85 ҡабырғаһын ҡуйҙы. Ниместәр кәбән эсендә беҙҙең танк ултыра тип уйламай ҙа.

Әбүбәкер бронебойный снаряд менән беренсе танктын бортына атып ебәрҙе. Уның өҫтөндә ултырған фашистар тирә-яҡҡа осошто, танк шартланы.

Нимес танкистары яҡшы әҙерлек үткән һалдаттар, шуға өсөнсө танк батып ултырған икенсе танк артына ҡаса башланы. Батғаны иһә көбәген баҙҙаң танк яғына бора башланы.

Заряжающий Халчев икенсе бронебойный снарядты ҡуйыуы була үткер күҙле башҡорт өсөнсө Тигрҙың да бортына ата.

Абубакир! Пробил! – ҡыуанып ҡысҡырып ебәрҙе Оськин.

Ике Тигр барған урынында тороп ҡалды. Тик бына батҡан Тигр беҙҙең танкка атып ебәрҙе. Бәхетебеҙгә ҡаршы снаряд башняны һыҙып ҡына үтеп китте.

Ат шәберәк, Әбүбәкер! – бөтә экипаж ҡысҡырып ебәрҙе.

Шул ваҡыт ниместәрҙең нервылары түҙмәне. Артҡа табан ҡасырға маташа башланы. Әбүбәкер оҫта гына Тигрҙың гусеницаһына эләктерҙе. Фашистар танктарын ташлап ҡасты. Күп тә тормай совет артиллерияһы дошмандың колоннаһын үтҡа тотто.

“Булды, ял итәбеҙ!” тине Әбүбәкир һәм уны экипаж ура ҡысҡырып күтәреп алып сыҡты.

Нисек инде һин, Әбүбәкер, ундай танкты шартлаттың? тип һораны снарядттар биреүсе Халчев. Бер нимә тип тә яуап бирмәне Мирхәйҙәров. Ваҡыты юҡ ине уның. Алда яңы алыш көтә ине каһарманды.

Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан Танк Т-34-85тураһында справка:

1944—1945 йылдарҙа сығарылған.         Бөтәһе 25 914 дана эшләнгән.

Оҙонлоғо    - 6100 мм. Киңлеге - 3000 мм. Бейеклеге – 2700 мм.

3,8 км. алыҫлыҡҡа ата ала. Пулемёт - 2 7,62-мм ДТ-29

Двигатель  12-цилиндрлы дизель. Көсө – 500 ат. Тиҙлеге сәғәтенә 55 км.

Фото: танкист Мирхәйҙәров Ә.Й., награда ҡағыҙы, янған Тигр, Т-34-85 танкаһы.

Рәзил Бикбулатов

Үткер күҙле башҡорт яугире
Үткер күҙле башҡорт яугире
Үткер күҙле башҡорт яугире
Үткер күҙле башҡорт яугире
Үткер күҙле башҡорт яугире
Автор:
Читайте нас: