Ғорурланырлыҡ уҡыусым бар
Һаумыһығыҙ, “Аманат” журналы хеҙмәткәрҙәре. Баймаҡ районы Ҡолсора ауылынан Уйылданова Гөлгөнә Николай ҡыҙы яҙа һеҙгә. “Аманат”ты балаларым менән яратып уҡыйбыҙ, кәрәкле материалдарҙы дәрестәремдә йыш ҡына ҡулланам. Ҡыҙым Уйылданова Гөлсейә “Ҡоштар” филвордында 2 урын алды.
2023 йылды илебеҙ Президенты “Уҡытыусы һәм остаз йылы” тип иғлан иткәс, күп кенә уҡыусылар үҙҙәренең яратҡан уҡытыусылары тураһында хикәйәләр ижад итеп, рәхмәт һүҙҙәре яҙа. Ҡолсора урта мәктәбендә 30 йыл башланғыс синыф уҡыусыларына белем бирәм һәм үҙемдең һәләтле уҡыусым тураһында яҙғым килде.
Байрас Ғафаров Ҡолсора мәктәбендә уҡый. Балалар баҡсаһына йөрөгән ваҡыттан алып һәр төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, биш йәшендә үк район кимәлендә үткән шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә еңеүсе булды. 2-се синыфта уҡығанда “Сулпылар” телевизион конкурсында ҡатнашты. Байрас уҡыуҙа ла алдынғы, ҡумыҙҙа оҫта уйнай, йыр, бейеү конкурстары еңеүсеһе лә, көрәшсе лә. Ҡумыҙсылар бәйгеләрендә, көрәш буйынса ярыштарҙа Бөтә Рәсәй, Төбәк-ара, Республика, район фестивалдәрендә, конкурстарында бик күп Дипломдарға, лауреат исемдәренә лайыҡ булған шәп егет ул! Әле лә һәр ярыштан еңеүҙәр яулап ҡайта ул! Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан герой атаһы кеүек, киләсәктә Байрас та тик еңеүҙәр генә яулаясаҡ тип, мин быға ныҡлы ышанам!
Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” район бәйгеһендә “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында еңеүсе. Ҡумыҙҙа ныҡлап өйрәнер өсөн билдәле ҡумыҙ оҫтаһы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтан дәрестәр ала. Тырыш уҡыусымдың “йондоҙло сәғәттәре” лә алда әле!
Башланғыс синыфта уҡ уның һәләттәрен тойомланым: был уҡыусым яҡшы уҡыр, һәләтле бала булыр тинем. Ышанысымды аҡланы. Һәр ваҡыт иғтибарлы, өлкәндәргә ихтирамлы ул.
Берҙәм Дәүләт Имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡулына 4 һәм 5 билдәләренән генә торған аттестат алып ҡыуандырҙы. Байрас теләгән уҡыу йортона инер, үҙе һайлаған һөнәрҙе үҙләштереп, илебеҙҙең киләсәге өсөн тырышып эшләр тигән өмөттә ҡалам. Афарин! Аҡ юл, һиңә, Байрас! Тик АЛҒА!