+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
3 Октябрь 2023, 16:00

"Авангард" ирекмәндәр слеты

Өфөлә «Авангард» хәрби-патриотик тәрбиә биреү уҡытыу-методик үҙәге былтыр августа асылғайны. Хәҙер ул Шишмә районының Алкино ауылында барлыҡҡа килде һәм «Патриот» хәрби-патриотик паркында эшләй. Үҙәктә өлкән синыф уҡыуылары хәрби хеҙмәткә әҙерлек үтә. Йылайыр районының Йылайыр башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, “ Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе Зарема Таһирова ирекмәндәр слётында ҡатнашып, үҙенең тәьҫорттары менән бүлеште:

"Авангард" ирекмәндәр слеты
"Авангард" ирекмәндәр слеты

"Авангард" ирекмәндәр слеты

Өфөлә «Авангард» хәрби-патриотик тәрбиә биреү уҡытыу-методик үҙәге былтыр августа асылғайны. Хәҙер ул Шишмә районының Алкино ауылында барлыҡҡа килде һәм «Патриот» хәрби-патриотик паркында эшләй. Үҙәктә өлкән синыф уҡыуылары хәрби хеҙмәткә әҙерлек үтә. 24-26 сентябрҙә Алкино ауылы янында ирекмәндәр слеты булып үтте. Башҡортостандың һәр төбәгенән килгән 21 төркөмдән торған уҡыусы ҡатнашты был сарала. Өс көнлөк йыйында үҫмерҙәр һәм йәштәр башланғыс хәрби әҙерлек буйынса предметтарҙы, илдең Ҡораллы Көстәре тарихын өйрәнде.
Йылайыр районының Йылайыр башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, “ Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе Зарема Таһирова слётта ҡатнашып, үҙенең тәьҫорттары менән бүлеште:

- Урал аръяғы райондарынан, беҙҙең Шәйехзада Бабич исемендәге Йылайыр гимназияһынан 8 уҡыусы ҡатнаштыҡ. Уҡытыусыбыҙ А. В. Батанин етәкселегендә.
Тәүге көндө барып урынлашҡас та, командаларға бүлендек. Киске сараға беҙ үҙебеҙҙең команда әҙерләгән визитканы сәхнәнән һөйләнек. Уйын формаһында танышыу булып үтте. Осрашыу күңелле дискотека менән тамаланды.
Икенсе көнөнә "Социаль ирекмәндәр мәктәбе"нең платформаһына арналған презентация күрһәттеләр. Төштән һуң Рәсәй Армияһының фотосэты менән танышып үттек. Һәр команда индивидуаль проект әҙерләнек һәм сәхнәлә шуның менән сығыш яһанык.
Өсөнсө көнөндә “Мәктәп хәүефһеҙлеге” темаһына семинар һәм “Ҡалалары менән көслө Рәсәй. Өфө” темаһына арналған квестта ҡатнаштыҡ.
Хәҙерге ваҡытта актуаль һәм бик мөһим темаға арналған слетта ҡатнашып, күп нәмәгә өйрәндек. Яңы дуҫтар таптыҡ. Ҡайтҡас та ирекмәнлек эшен дауам итергә тип, дәртләнешеп таралыштыҡ.
Бындай мәртәбәле сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Зөбәржәт Яҡупова.

"Авангард" ирекмәндәр слеты
"Авангард" ирекмәндәр слеты
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: